17 - 19 сентябрҙә Өфөлә БДБ илдәре ижади һәм фәнни интеллигенцияһының XVII форумы үтә. Унда Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы «БДБ халыҡтарының мәҙәни мираҫы» исемле уникаль күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Ойоштороусылар Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең күп милләтле ҙур киңлек икәнлеген, һәр халыҡ үҙенең ижади мираҫына – китап рәүешендә донъя күргән эпостарға, әҙәбиәткә, сәнғәткә, йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бай булыуын билдәләй. БДБ илдәренең мәҙәни төрлөлөгөн бер күргәҙмәлә генә күрһәтеү мөмкин дә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәлә БДБ халыҡтарының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған иң яҡшы һәм йөкмәткеле китаптар тәҡдим ителәсәк. Күргәҙмәлә ҡаҙаҡтарҙың героик эпосы “Кобланды-батыр”, төркмән роман- эпосы “Хурлукга һәм Хемра”, “Саят һәм Хемра”, ҡырғыҙ халыҡ эпосы “Манас” һәм башҡалар, XX быуат башында Ҡаҙағстан, Азербайжан, Үзбәкстан һәм БДБ-ның башҡа илдәрендә сыҡҡан һирәк китаптар, рус, башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик авторҙарының бик күп китаптары тәҡдим ителәсәк. Экспозицияны халыҡ фольклорына, ижадына һәм милли кейемдәргә арналған китаптар тулыландырасаҡ. Сараның маҡсаты – дөйөм мәҙәни компетентлыҡты формалаштырыу, БДБ илдәре халыҡтарының әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыу мәҙәниәтен һәм халыҡтар дуҫлығын пропагандалау. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ижади һәм фәнни интеллигенция форумын ойоштороусылар булып БДБ дәүләттәренең дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тора. Фото: Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана. Мәғлүмәт сығанағы: