16 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктә юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, 2021 йылдан Башҡортостанда Юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү концепцияһы тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә, 9 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителеп, 821 яңы объект төҙөлгән һәм 824 комплекс яңыртылған. – Төбәк автомобиль юлдары барлығы 1 800-ҙән ашыу юл буйы сервисы объектын хеҙмәтләндерә, был 2020 йылғы күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғары, – тине Алексей Гусев. – Республикала был өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырғанда инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн билдәле алымдар йыйылмаһы бар. Башҡортостан тәжрибәһе Рәсәй Хөкүмәтендә юғары баһа алды – уны илдең башҡа төбәктәренә лә таратырға тәҡдим иттеләр. Юл буйы хеҙмәтләндереүен үҫтереү концепцияһы сиктәрендә республикала «Ер банкы» булдырылған һәм уға потенциаль инвесторҙар өсөн 367 участка индерелгән. Бынан тыш, эшҡыуарҙар инженер һәм транспорт инфраструктураһына сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға, шулай уҡ һалым преференцияларына 30 миллион һумға тиклем субсидия юллай ала. – Инвесторҙарҙа федераль автомобиль юлдары буйында урынлашҡан майҙансыҡтар ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, инвестиция проекттарының төп өлөшө ошо объекттарға тура килә, – тип асыҡланы Алексей Гусев. – Росавтодор, «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы менән, автотуризм өсөн терәк нөктә булараҡ, күп функциялы юл хеҙмәтләндереүе зоналарын булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш яйға һалынды. Башҡортостанда «Ирбис», «Лукойл-Уралнефтепродукт» федераль селтәр компаниялары әүҙем үҫешә. «Башнефть» яғыулыҡ ҡойоу станцияларын модернизациялау ҙа дауам итә – барлығы 177 объект яңыртылған. Киләсәктә модулле электр-яғыулыҡ ҡойоу станциялары асырға ниәтләйҙәр. Улар бензин һәм дизель колонкаларын, шулай уҡ электр транспорты өсөн заряд станцияларын үҙ эсенә аласаҡ. – Яғыулыҡ ҡойоу станциялары араһында конкурентлыҡты арттырыу хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреүгә һәм яңы технологиялар индереүгә булышлыҡ итә, – тип йомғаҡ яһаны Алексей Гусев. Юл буйы сервисы – республика үҫешенең перспективалы һәм инвестицияларҙы йәлеп итеүсе йүнәлештәренең береһе, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙҙең баҙарҙа әле бындай объекттар күп түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – «Инвестиция сәғәте» ултырыштарының береһен ошо темаға ғына бағышларға тәҡдим итәм. Юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә эшләгән барлыҡ компанияларҙы саҡырырбыҙ, уларҙың эш барышы, ниндәй һорауҙар борсоуы хаҡында белешербеҙ. Был уларға артабан үҙ йөкләмәләрен үтәү өсөн стимул булып торасаҡ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә, республика буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Росимущество менән берлектә, юл буйы хеҙмәтләндереүе комплекстарын урынлаштырыу өсөн милиция контроль пункттарының буш торған биләмәләрен файҙаланыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.