13 сентябрҙә БЮТ-та “Рәхмәт” акцияһының төп приздары уйнатылғайны. “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында өс фатир, автомобиль, дүрт квадроцикл, Сочиға ғаилә сәйәхәте һәм Башҡортостандың ял базаһына ғаилә турын отоусылар асыҡланды. Акцияла республикала йәшәгән һәм 6 сентябрҙән 12-һенә тиклем рахмат102.рф. сайтында QR-билеттарын теркәгән һәр кем ҡатнашты. Бәхетлеләрҙе “Алға, Патриот” ойошмаһы етәксеһе Ринат Хәбиров менән “Өфө ҡалаһының СЗ ИСК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов ҡотланы. Ринат Хәбиров әйтеүенсә, бөтәһе миллиондан ашыу QR-билеттар теркәлгән булған. – “Рәхмәт” акцияһы 2024 йылдың яҙынан тормошҡа ашырыла. Әле бик мөһим этап үтте, әммә был беҙҙең проекттың аҙағы түгел, – тине Ринат Хәбиров. – Еңмәгәндәргә төшөнкөлөккә бирелмәүҙәрен теләйем. Иң мөһиме, ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Был юлы уңмаһалар, икенсеһендә уңырҙар! “Өфө ҡалаһының инвестиция-төҙөлөш комитеты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль партнеры Марат Вәсимов бөтә еңеүселәргә лә юридик ярҙам күрһәтеләсәк тине. Өфөләге яңы фатирҙы Шишмә районының Үрге утарынан Әхмәҙиевтәр алды. Ғаилә башлығы Илвир әйтеүенсә, билетты теркәүгә ҡатыны баҫым яһаған – һәм ул хаҡлы булып сыҡҡан. Отошо хаҡында Илвирға ирекмәндәр шылтыратып әйткән. Мәктәптә эшләгән ҡатынына ул тәнәфес ваҡытында шылтыратып һөйөнсөләгән. Бөрө районынан Плоховтар ғаиләһенә лә уңыш йылмайған. Әсәһе Галинаның билеты отҡан, әммә уны ҡыҙы Марина Сидоркина теркәгән. – Шылтыратҡас – ышанманыҡ, әммә шунда уҡ билетты тикшерҙек. Шок хәлендә булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, әле һаман еңгәнгә ышана алмайбыҙ, – тигән Марина Сидоркина. Ә бына “Нива” автомобиле Октябрьский ҡалаһына юлланасаҡ. Булат Сәфәров һөйләүенсә, ҡатыны менән ул күп сәйәхәт итә, айырыуса тыуған республика буйлап. Ә отош тураһында айырым шарттарҙа – ҡатынының тыуған көнөндә, тимер юл вокзалына әсәһен ҡаршы алырға китеп барғанда белгән. “Рәхмәт-2024” акцияһы матур итеп ял итергә лә ярҙам итә. Туймазы ҡалаһынан Ленар һәм Айһылыу Ғарифйәновтар ҡыҙы менән Сочиға үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта юллана ала. Ринат Хәбиров һөйләүенсә, юллама күп функциялы һәм оҙайлы. Мәҫәлән, еңеүселәр отелде һәм көндәр һанын үҙҙәре һайлай ала.