Өфөлә республикала тәүге үткәрелгән GameJam@Ufa2024 гейм-эшкәртеү буйынса чемпионат старт алды. Ул БР Спорт министрлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Муха» анимация студияһы ярҙамында ойошторола. Ярыштар вуз-ара кампустағы «СПАРКС» Өфө ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының Спорт программаһы һәм киберспорт үҙәге майҙансығында һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының «Муха» студияһы менән берлектә булдырылған Евразия һанлы технологиялар үҙәге базаһында уҙа. Ярыштарҙың форматы – 24 сәғәтлек хакатон, уның йомғаҡтары буйынса командалар компьютер уйынының демоверсияһын тәҡдим итә. Уйлап табыусылар өсөн сығанаҡ булып “Пушкин һәм Михайловское” йәнһүрәте хеҙмәт итә. Ул «Муха» студияһында сығарылған һәм төрлө йәштәге миллионлаған тамашасының һөйөүен яулап өлгөргән. Презентацияларҙа уйын механикаһы ҡулланылған сюжет һүрәтләнеше, геймплейҙы, маҡсатлы аудиторияны йәлеп итеү ысулдары, белем биреү һәм ярыш өлөштәре, шулай уҡ проектты үҫтереү мөмкинлектәре булырға тейеш. Продюсер һәм «Муха» анимация студияһы етәксеһе Артур Абдрахманов билдәләүенсә, «Муха» менән Өфө фән һәм технологиялар университеты берләшмәһе ике яҡ өсөн дә файҙалы булған. Студенттар үҫеш һәм практика өсөн бик яҡшы майҙансыҡҡа, ә бизнес-партнер яңы, йәш кадрҙарға эйә булды. - Уйындарҙы башҡа теләһә ниндәй контентҡа ҡарағанда ла ҡыҙығыраҡ итеп ойошторған быуын килде. “Пушкин һәм... Михайловское” йәнһүрәте өҫтөндә эшләгәндә белгестәребеҙ төрлө «уйынсыҡтар» яһаны. Шуға күрә геймджем өсөн беҙ студент командаларына уйындар ойошторорға тәҡдим иттек. Бынан тыш, йәш геймерҙарҙы Пушкиндың биографияһы, ижады менән таныштырасаҡтар, уның шиғырҙарын хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итәсәктәр. - Евразия һанлы технологиялар үҙәген асыу тантанаһынан һуң ике ай ғына ваҡыт үтте, ә унан аҙ ғына алдараҡ СПАРК үҙәген сафҡа индерҙек һәм бына ошо ике инновациялы киңлек сағыу, әүҙем тормош менән тулыланды. Беҙ ышанғанса, улар ысынлап та иң креатив, алға киткән йәштәребеҙҙе, тәү сиратта, студенттарҙы йәлеп итеү нөктәһенә әүерелде. Бөгөн бында Башҡортостан тарихында тәүге компьютер уйындары уйлап табыусылар чемпионаты старт алды. Иң мөһиме, ул беҙҙең индустриаль уҙаҡташыбыҙ «Муха» студияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә үтә, ә ярыштарҙың темаһы - Пушкиндың үлемһеҙ әҫәрҙәре. Йәш быуынды, уйын формаһында булһа ла, Рәсәй мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларына ылыҡтырыу - дәүләт кимәлендәге бурыс, - тип билдәләне Өфө юридик училищеһы ректоры Вадим Захаров. Белешмә өсөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөү РФ Президенты ҡушыуы һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Өфө кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары менән студенттар киңлеге. Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты