Уҡытыусы тигән изге һөнәргә бар ғүмерен арнап, үҙ эшен ҙур теләк менән башҡарған, балаларға ихлас күңел йылыһын бүлгән педагогтар бихисап. Ошо хеҙмәткә 20 йылдан ашыу ғүмерен бағышлаған Хәйбулла районы Әбеш урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Венера Әминева ана шуларҙың береһе. Ул тыуған Әбеш урта мәктәбен тамалағас, Магнитогорск ҡалаһындағы педагогия университетында уҡып, ошо тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бына инде күп йылдар ул тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрен алып бара. Уның дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә. Уҡыусылары менән фәнни-ғәмәли конферецияларҙа ла ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Балаларҙа тыуған яҡты өйрәнеүгә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәктәп музейы ла уның ҡарамағында. 2023-2024 уҡыу йылында Венера Тимерйән ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашты. 5-се класта “Боронғо ваҡыттағы Олимпия уйындары” темаһына йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы асыҡ дәрес күрһәтте. Венера Тимерйән ҡыҙы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. “Айыҡ ауыл-2023” сиктәрендә ойошторолған барлыҡ сараларҙа ла ул