Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе был юлы ла матур ваҡиға – яугирҙе бүләкләү сараһы менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Владислав Орловскийҙы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Яугир мотоуҡсылар полкы медротаһының госпиталь бүлексәһе начальнигы вазифаһында хеҙмәт итә. Медицина хеҙмәте лейтенанты хәрби бурысын үтәгәндә алғы сафта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтте, тине Радий Хәбиров. "Мин награда өсөн рәхмәтлемен. Ул минең өсөн бик ҡәҙерле. Еңеү беҙҙең яҡта ", – тине Владислав Орловский. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаевтың махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү ҡарарын тәрән ихтирамға лайыҡ тине. “Азамат Мырҙағәле улына ҙур рәхмәт. Ябай булмаған ҡарар, әлбиттә. Әйткәндәй, ул бер үҙе генә бындай ҡарар ҡабул итмәгән. Уның менән Сибай һәм Хәйбулла районының хәрби комиссары Ринат Фәнил улы Зәбиров, Сибай ҡалаһы советы депутаты Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев, "Башмедь” компанияһы водителе Рәмил