Башҡортостанда республика Башлығының ҡарарын үтәмәгән өсөн 500 мең һумға саҡлы штраф түләтәсәктәр. Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына шуға ҡарата төҙәтмәне төбәк парламентында депутаттар 18 сентябрҙә беренсе уҡыуҙа ҡараясаҡтар. “Закон проекты Рәсәй Федеарцияһы Президентының халыҡты һәм ил биләмәһен ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда яҡлау һәм Ҡораллы көстәр ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында эшләнде”, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. Проекта ярашлы, Башҡортостан Башлығы (оператив штаб) күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн граждандарға – өс меңдән биш мең һумға саҡлы, вазифалы кешеләргә – 10 000 һумдан 30 000 һумға саҡлы, ойошмаларға 100 000 һумдан 500 000 һумға саҡлы штраф һалыу ҡарала. Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай.
Радий Хәбировтың күрһәтмәләрен үтәмәһәләр – штраф!
16 сентября 202416 сен 2024
~1 мин