2024 йылда Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр араһында танылған яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның исеме булыуы беҙҙе бик һөйөндөрҙө. Үҙенең бар ғүмерен әҙәбиәткә арнаған Гөлсирә Мирза ҡыҙы был наградаға күптән лайыҡ! Уның һәр бер әҫәре юғары художестволы булыуы, уҡыусыларҙа юғары зауыҡ тәрбиәләүе менән әһәмәиәтле. Әҫәрҙәре аша балаларға, йәштәргә, ғөмүмән, бар халыҡҡа матурлыҡты күрергә өйрәтә, туған телебеҙҙең иҫ китмәле байлығын, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеген, һығылмалылығын, моңон күрһәтеүгә өлгәшә ул. Премияға тәҡдим ителгән “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” китабына өс ҙур повесть һәм тиҫтәнән ашыу хикәйә ингән. Уларҙың һәр береһе алтын бөртөгөнә бәрәбәр, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. “Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ” повесының төп геройҙары Таңһылыу менән Даландың мөнәсәбәттәре, донъяға ҡараштары аша беҙ ҙә донъяны ҡабаттан асабыҙ, тирә-яғыбыҙға, тәбиғәткә, яҡындарыбыҙға яңынан, иғтибарлап ҡарарға өйрәнәбеҙ, сөнки повеста, ғөмүмән, Гөлсирә Ғиззәтуллинаның бөтә әҫәрҙәрендә лә, кешеләргә аяулы ҡараш, башҡаларҙы аңлау һәм ҡабул итеү шундай кимәлгә ҡуйылған – үҙең дә һиҙмәҫтән, тирә-йүнеңдәгеләргә башҡаса ҡарай, уларҙы башҡаса күрә башлайһың. Яҡшыларҙы яратыуы еңел. Ә насарҙарҙы, яңылышҡандарҙы, хаталанғандарҙы, хатта енәйәт ҡылғандарҙы ғәфү итеү, кисереү, хатта аҡлап ҡарау еңелме?! Таңһылыу менән Далан, Ғәфүрйән менән Миңзада, Инсаф менән Дилбәр, Йәмилә менән Хәлил, алыҫ Германияға үҙенең яратыу һүҙҙәрен еткерергә китеп барған Фәрхинур әбей, кешенең төп йәшәү ҡанунын – кеше булып ҡалыу икәнен аңлаған студент Айнур Аҡъегетов, мөхәббәттең көсөн йәшәү аҙағында ғына аңлауға ирешкән Хәмәтнур ҡарт һәм башҡалар яҙмыштары аша беҙ ҙә мең ҡат үлеп, мең ҡат тереләбеҙ. Көслө булып, ихтыярлы булып, йәшәүҙең мәғәнәһен нығыраҡ төшөнөп, кешелеклерәк булып, сөнки был әҫәрҙәрҙәге геройҙар тап шулай – үҙҙәрен үлемгә дусар иткәндәрҙе лә аңлай, аҡлай һәм ярата! Ниндәй генә хәлгә тарығанда ла уларҙың күңелендә изгелеккә, ярлыҡауға, яратыуға урын бар, улар КЕШЕ булып ҡала белә! Өгөт-нәсихәт уҡымай, аҡыл өйрәтмәй генә автор ҙа беҙҙе ошо хәҡиҡәт юлынан, тоғролоҡ, һөйөү, ғәҙеллек юлынан алып бара. Үҙең дә һиҙмәҫтән, матурыраҡ, яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ булғың килә, ошо әҫәрҙәрҙең геройҙарына тиңләшкең килә... Бөгөнгө ҡатмарлы заманда, һәр кешенең аҡылы, күңеле өсөн төрлө яҡлап мәғлүмәт һуғышы барғанда – Кеше булып ҡалырға өндәү, кешелеклелеккә саҡырыу – ул ижадсының төп миссияһы. Аңды томалап, түбән инстинкттарҙы алға һөрөү, йәштәрҙе юлдан яҙҙырыу, әхлаҡһыҙлыҡты данлау, рухи ҡиммәттәрҙе емереү – төрлө яҡлап бара бөгөн һуғыш. Балалар, йәштәр аҡса ҡоло булып, ҡулланыусы рәүешендә ләззәтле рәхәт йәшәү – иң шәбе, кеше үлтереүсе антигеройҙар – көслөнөкө замана тип герой рәтенә ҡуйылған, ошондай ҡанундарҙа тәрбиәләнгән осорҙа матурлыҡты, рухи байлыҡты, йән азатлығын, изгелекте, өмөттө, тормошто яратыуҙы беренсе урынға ҡуйып, байраҡ итеп күтәргән әҙибә – Гөлсирә Ғиззәтуллина ул! Уның әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай, уйландыра, һыҙландыра, өмөтләндерә икән, үҙеңдең Оло йыһандың бер бәләкәй генә өлөшө икәнеңде тояһың икән – яҙыусы үҙ маҡсатына ирешкән, тигән һүҙ. Әҙиптәр, Аллаға шөкөр, күп һәм улар төрлө-төрлө. Әммә Гөлсирә Ғиззәтуллина кеүек кешенең психологияһын бар тәрәнлегендә аңлаған һәм тел, һүҙ ҡөҙрәте менән башҡаларға ла күрһәтә алған ҡәләм эйәһе башҡорт әҙәбиәтендә башҡаса юҡтыр. Уҡыған һайын авторҙың иҫ китмәле аҡылына, аң даирәһенең киңлегенә, хистәренең бөйөклөгөнә һәм бейеклегенә хайран ҡалаһың! Быларҙы аңлар, башҡаларға аңлатыр өсөн ысын мәғәнәһендә фәйләсүф булырға кәрәк. Бар донъяға билдәле фәйләсүфтәрҙең трактаттарын, ғилми әҫәрҙәрен өйрәнмәйенсә, бар донъяға билдәле бөйөк классиктарҙың әҫәрҙәрен уҡымайынса бындай юғары кимәлдәге әҫәрҙәр ижад итеү мөмкин түгел. Гөлсирә Ғиззәтуллина – донъя кимәлендә фекер йөрөтә алған бик һирәк әҙиптәрҙең береһе! Башҡортостан Республикаһының абруйлы дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев исемендәге премия барлығы өсәү: береһе – сәнғәт, икенсеһе архитектура өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелһә, әҙәбиәт буйынса иң лайыҡлы дәғүәсе – Гөлсирә Ғиззәтуллина. Быға иманыбыҙ камил һәм ғәҙеллек тантана итер, тип өмөтләнәбеҙ! Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.