Йыл башынан республиканың мәшғүллек үҙәктәре “Демография” милли проектына ярашлы профессиональ белем һәм яңынан уҡыу программалары буйынса 2,4 мең заявканы хупланы. 1,4 мең кеше уҡыу тураһында килешеү төҙөнө, 115 кеше уҡыуын тамамланы. – Башҡортостанда дәүләт программаһына ярашлы, ҙур һорау менән файҙаланған һөнәр эйәләре йышыраҡ күренә башланы. Быйыл махсус хәрби операция ветерандары, бәләкәй балалы ҡатындар, 50 йәште уҙған эш эҙләүселәр, эшһеҙҙәр программала ҡатнашып, бушлай һөнәргә эйә була ала. Хеҙмәт баҙарында 280 йүнәлеш бар. Улар “Работа в России” порталында урынлашҡан, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Быйыл инвалидтарҙың һәм бала тәрбиәләү ялында булған әсәләрҙең генә түгел, сабыйҙы ҡараған һәр граждандың да бушлай һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге бар. Программалағы һөнәрҙәр исемлеге хеҙмәт баҙары ихтыяжына ҡарап тулыландырыла. Республикала йәшәүселәр йыш ҡына уҡыу өсөн мәғлүмәт ресурстарын һәм социаль селтәрҙәр йүнәлешен һайлай, маркетплей