Бөгөн, 16 сентябрҙә Башҡортостан эстрадаһының йондоҙо, күптәрҙең кумиры Рөстәм Ғиззәтуллин тыуған көнөн билдәләй. Күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, 50 йәш тула уға бөгөн. Йырсы, композитор һәм продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуған. 2016 йылда ул Башҡортостандың атҡаҙанған, ә 2021 йылда Халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. 50 йәш тулһа ла, ул күптәр өсөн элеккеләй йәп-йәш, дәртле Рөстәм ағай булып ҡала. 90-сы, 2000-се йылдарҙа башҡорт дискотекалары уның йырҙарынан тыш үтмәне. Әле лә күптәр уны яратып тыңлай, яңы йырҙарын, концерттарын көтөп ала. Яратҡан йырсыбыҙ бик күп йәш йырсыларҙы үҫтергән танылған продюсер ҙа. Беҙ уны алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.