Найти тему
Башҡортостан гәзите

Авдон халҡы берҙәмлеген иҫбат итә

Өфө районында биш меңдән ашыу халыҡ йәшәгән Авдон ауылы 60-сы йылдарҙа бөтә илгә билдәле Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә башлай. Бында төрлө милләт халҡы, илдең төрлө тарафтарынан белгестәр килеп эшләй башлаған. Әле лә халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәй. Хәрби операция башланыу менән Авдондан 40-тан ашыу ир илде һаҡларға теләк белдерә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус штаб булдырылды. Унда маскировкалау селтәрҙәре үрелә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә 140-сы селтәр үрелеп, махсус хәрби операция зонаһына оҙатыласаҡ. Ярҙам итергә теләгән, әммә селтәр үрә алмағандар аҡсалата ярҙам күрһәтә. Ошо аҡсаға яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итәләр. Мәҫәлән, Өфө районы Советы депутаты Михаил Карташев һәм Авдон ауылы торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре угир йәшәгән йорттоң кәртәһен төҙөкләндергән һәм яңы ҡапҡа эшләп ҡуйған. Күптән түгел "УралАгро" ойошмаһы махсус хәрби операциялағы яугирҙең ғаиләһенә бесән алып килгән. Ғаилә кәзәләр һәм ҡуяндар тота икән. Фотолар: Авдон ауыл советы сайтынан.