Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуңғы көндәре бында үтә

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр араһында Роберт Александров, Станислав Александров һәм Марина Завиская ла бар, улар Өфө ҡалаһында хоспис төҙөгән. Уңғандарҙың ижад емешен баһалау һәм учреждениеның эше менән танышыу маҡсатында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы ағзалары хосписта булды. Шул иғтибарға лайыҡ, Өфөләге хоспис Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлгән. Өфө ҡалаһы янындағы хоспис бөтәһе алтмыш урынға иҫәпләнгән. (ҡырҡ урын – өлкәндәр өсөн һәм егерме урын – балалар өсөн). Бынан тыш ирекмәндәр төҙәлмәҫлек ауырыуға дусар булғандарҙы өйҙәренә лә барып ҡарай. Өфө хосписын мәрхәмәтлелек һәм изгелек үҙәге тип әйтеү ҙә урынлы, шул уҡ ваҡытта өмөт уятҡан урын да. Сирлеләргә паллиатив ярҙам күрһәтеү йәһәтенән алдынғы булыуы бәхәсһеҙ. – Хоспис ҡаты сирлеләр өсөн тәғәйенләнгән, уны һаулыҡ һаҡлау һәм социаль учреждение араһында тип тә ҡарарға мөмкин, – тине Өфө хосписының баш табибы Оксана Кузовкина. – Беҙ ауыр сирлене дауалау менән шөғөлләнмәйбеҙ. Маҡсатыбыҙ – сирленең һуңғы көндәрен мөмкин тиклем сифатлы итеп һәм уңайлы шарттарҙы үткәреү. Хоспис тәүлек әйләнәһенә эшләй, ауырыуҙың туғаны ғәзиз кешеһенең янына теләгән ваҡытта килә ала. Өфө хосписы мәрхәмәтлелек фондының башҡарма директоры Радмила Сурначева әйтеүенсә, атлағанда сирле кешегә ҡаршылыҡтарҙы булдырмау һәм коляска этеп йөрөгәндә бүтәндәрҙе мәшәҡәттән ҡотолдороу өсөн хоспис нулевой отметкала урынлашҡан йәки бында бер ниндәй ҙә тупһа юҡ. Шул уҡ ваҡытта, коляскалар һәм карауаттар иркен инеп сыға алһын өсөн бөтә ишектәр ҙә иркен итеп уйылған. Фото: Илдар Аҡъюлов.