Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Һауығыу менән – хеҙмәттәштәрем янына!”

Иҫке Балтастағы Күп функциялы үҙәк бинаһында Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса булдырылған “Ватанды һаҡлаусылар” фондының филиалы эшләй. Социаль координаторҙар Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Бухина һәм Гөлшәт Ришат ҡыҙы Нурҡаева махсус хәрби операция ветерандарына, Донбасста хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам сараларын алырға ярҙам итә. Ярҙам төрҙәре байтаҡ: медицина һәм социаль реабилитация, дарыуҙар менән тәьмин итеү, психологик ярҙам, техник реабилитация саралары, шифаханаларҙа дауаланыу мөмкинлеге, һөнәр алыу, ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә булышлыҡ итеү. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән ирекмәндәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләү, ветерандарҙы илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән йәмәғәт проекттарына йәлеп итеү буйынса ла бурыстар ҡаралған. Социаль координатор Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙының Түбәнге Ҡарыш егете, яраланғандан һуң реабилитация үтеүсе “Стрела” позывнойлы яугир менән әңгәмәләшеүенә шаһит булдыҡ. Мөһәбәт кәүҙәле, асыҡ йөҙлө, ҡыйыулығы өсөн әллә күпме наградаларға лайыҡ булған батыр баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы менән шунда уҡ күңелгә ятты. Әле ул ауылда ял итә. Социаль координаторҙар уға ер участкаһы өсөн һалымдың кәметелеүе, ағас килтереү тураһында консультация биргәс, яугиргә әсәһен шифаханаға ял итергә ебәреү мөмкинлеге менән таныштырҙы. Иҫке Балтастағы ауыл хужалығы колледжын тамамлап, машинист-тракторсы һөнәрҙәрен алған, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡан егеткә махсус хәрби операция башланғанға ҡәҙәр Сирияла ут-һыу кисергә тура килә. 2018 йылдың июлендә контракт төҙөп, инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай, күперҙәр төҙөүҙә ҡатнаша, күп һөнәрҙәр үҙләштерә. “Изюм ҡалаһындағы емерелгән күперҙе төҙөкләндерҙек, төрлө техникала эшләргә өйрәндем. Йәмғеһе унға яҡын күперҙе төҙөүҙә, ремонтлауҙа ҡатнаштым. Ә былтыр май айында бейек крандарҙа эшләргә өйрәндем”, – ти егет. – Күккә олғашҡан бейек техниканы үҙләштереүе ауыр булманымы? Ул бит ерҙә иркенләп йөрөгән, һин буйһондора алған трактор ҙа, бульдозер ҙа түгел, көйһөҙләнеп аптыратманымы? – Эйе, был техниканың үҙенсәлектәре етерлек. Әммә “күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй”, тигәндәй, барыһына ла өйрәнәһең. Тап ошо машинала эшләгәндә, Курск өлкәһендә граждандарҙы эвакуациялағанда яраландым да инде. Утта янған машиналарҙы кран менән күтәреп, техника менән ситкә ташыйбыҙ. Тейәп бөттөк. Иң аҙаҡ кран ҡуҙғалды. Заправкаға инеү менән “Хаймерс”тың кассеталы хәрби припастары яуа башланы. Ун кеше инек. Иҫән ҡалған яралыларҙы Курчатов дауаханаһына илттеләр. Аҙаҡ Петербургтағы госпиталгә оҙаттылар. Миңә утыҙ көнлөк “больничный” бирҙеләр, артабан частәге хәрби -табиплыҡ комиссияһы көтә. Барыһы ла яҡшы булыр, хеҙмәттәштәрем менән оҙаҡламай осрашырмын тип өмөтләнәм, – ти “Стрела”. Ут-һыуҙы байтаҡ кисергә өлгөргән, иптәшлек, берҙәмлек тойғоларын ҡәҙерләргә, Ватанды һаҡларға һәм юғалтыу һағышынан бөгөлмәҫкә күнеккән 26 йәшлек Ҡарыш егетенең аҡһаҡалдарса фекер йөрөтөүенә һоҡландыҡ. Уның тыуған ер, Тыуған ил һағына күтәрелергә һәр саҡ әҙер булыуы тураһындағы яңғырауыҡлы һүҙҙәре лә һис икеләндермәй, бөгөн яу яланында беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һәм именлегебеҙҙе һаҡлаған ир- егеттәребеҙҙең бер вәкиле булған “Стрела”ға ҡарата бары ышаныс һәм ғорурлыҡ тойғолары ғына уята. Тиҫтәгә яҡын наградалары – “Сириялағы хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Батырлыҡ өсөн”, “Сирия ғәрәп республикаһында тыныслыҡ миссияһында ҡатнашҡан өсөн”, “Хәрби операцияла ҡатнашыусыға”, “Хәрби отличие өсөн”, “Ҡоро ер ғәскәрҙәре хеҙмәтендә отличие өсөн” миҙалдары, “Отличие өсөн” билдәһе яҡташыбыҙҙың йәш кенә көйө ниндәй оло, ҡатмарлы хәрби юл үтеүенә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил Динә Арыҫланова. Балтас районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Социаль координатор Гүзәл Бухина яугир “Стрела”ны ҡабул итте.