Күмертау эшҡыуары Бахчан Дузкеев үҙ юлын мебель йыйыусы һәм ҡуйыусы вазифаһында башлаған. Эшләүе ҡыҙыҡ булғас, ул аҡрынлап бригадир, аҙаҡ технолог булып киткән. Быйыл "Минең бизнесым" үҙәгенә стартап проектына булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса консультация һорап мөрәжәғәт итә, бизнес-план әҙерләй һәм уны уңышлы яҡлай. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам сиктәрендә дәүләттән 350 мең һум күләмендә финанс ярҙам алған. Дәүләттән алынған аҡса ҙур ярҙам була, эшҡыуар мебель эшләү өсөн бинаны ҡуртымға ала. Һөҙөмтәлә ул заманса станоктар һатып алған, улар изделиеларҙың сифатын яҡшыртып, етештереү процесын тиҙләткән. – Алдан уйлаған күп идеялар һәм концепциялар араһында ижад һәм практикала ҡулланыу өсөн үҙенең ҡеүәте арҡаһында тап мебель тармағы минең иғтибарымды йәлеп итте. Мин һәр ваҡыт, интерьерҙы биҙәп кенә ҡалмай, кешеләргә рәхәтлек һәм уңайлылыҡ та килтерерлек, уникаль нәмәләр уйла