Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бик күп ярҙам саралары индерелде, улар уңышлы эшләп килә. Балалы ғаиләләргә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ федераль властар индергән ярҙам да бар. Һөҙөмтәлә бөгөн Башҡортостанда 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы эшләй. Ярҙам кемгә тейеш? Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы тип кем иҫәпләнә? Рәсми ҡатыны. Әгәр махсус операцияға шәфҡәт туташы булып ҡатын-ҡыҙ китһә, уның рәсми ире. Ата-әсәһе йәки хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге уллыҡҡа алыусылар (инвалидтар һәм пенсионерҙар). Өләсәһе һәм олатаһы, әгәр ата-әсәһе булмағанлыҡтан өс йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар. Хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы менән үгәй әсәһе, әгәр биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар. Бәлиғ булмаған балалар һәм 23 йәшкә тиклемге студент-балалар. 18 йәшкә тиклем инвалид булған бәлиғ балалар. Льготаны нисек алырға? Барлыҡ льготаларҙы алыу өсөн төп документ – хәрби мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғанлығын, йәки контракт буйынса хеҙмәт иткәнен раҫлаған белешмә. Уны ғаилә ағзалары йәшәгән урындағы хәрби комиссариаттан алырға. Башҡортостанда эшләгән ярҙам төрҙәре: Бушлай йылы аш. Был саранан V – XI кластарҙағы мәктәп уҡыусылары, көндөҙгө бүлектә уҡыған колледж студенттары файҙалана. “Һөт кухняһы”нан бушлай аҙыҡ-түлек. Ул йөклө ҡатындарға, бала имеҙгән әсәйҙәргә, өс йәшкә тиклемге балаларға бирелергә тейеш. Ҡала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 тапҡыр бушлай юл йөрөү. Был ярҙамдан мәктәп уҡыусылары һәм бөтә уҡыу йорттарының 23 йәшкә тиклемге студенттары файҙалана ала. Балалар баҡсаһына сираттан тыш урын. Ул йәш ярымдан алып балаларға бирелергә тейеш. Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат итеү. Ярҙам сараһы балалар баҡсаһына йөрөгән бөтә балаларға ла ҡағыла. Мәктәптә түләүһеҙ оҙайтылған көн төркөмө, түләүһеҙ түңәрәктәр һәм секциялар. Баланы уңайлы мәктәпкә күсереү. Колледжда бушлай уҡыу. Әлеге ярҙамдан абитуриенттар ҙа, колледжда уҡып йөрөгәндәр ҙә файҙалана ала. Ссуз һәм вуз студенттарына ятаҡтан урын. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн лагерға юлламалар. Башҡортостан шифаханаларына бушлай юлламалар. Был ярҙам сараһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары файҙалана ала. Өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтеү йәки сираттан тыш йорт-интернаттарға урынлаштырыу. Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының пенсия йәшенә еткән инвалидлығы булған йәки ярҙамға мохтаж ата-әсәһенә йәки уның законлы вәкилдәренә. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү. Был льготанан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бөтә ғаилә ағзалары ла файҙалана ала. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә билдәләнгән хаҡтың 10 процентын түләп, утын алыу хоҡуғы бирелә. Түләүһеҙ сүп-сар сығарыу. “Торлаҡ өсөн аҡса туплау” программаһында ташлама ярҙамында ҡатнашыу. Ул ошоғаса программаға ингән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бирелергә тейеш. Баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары алырға хоҡуҡлы. Эшкә урынлашҡанда шәхси ярҙам. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының эш эҙләгән ғаилә ағзаһына күрһәтелергә тейеш. Йортҡа газ үткәреү өсөн кәмендә 100 мең һумлыҡ сертификат. Транспорт һалымын түләүгә 100 процентлыҡ ташлама. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына кредит каникулы бирелергә тейеш. Ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килеме иҫәпкә алынмай. Пеня түләүҙән азат итеү. Консультациялар һәм психолог ярҙамы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам. Быйыл индерелгән яңы ярҙам төрҙәре лә бар. Бына улар: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы грант алып план күрһәткестәрен үтәмәгән осраҡта яуаплылыҡтан азат ителә. Яугирҙәрҙең балалары өйө янындағы балалар баҡсаһына күсә ала. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары тәүге сиратта физкультура-спорт ойошмаларына яҙылырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, республикала Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки махсус хәрби операциялағы ҡаҙаныштары өсөн федераль ордендар менән наградланған кешеләргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай ер биләмәһе биреү тураһында закон проекты эшләнгән. Шулай уҡ ауыл ерендә йәшәгән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр бүлеүҙе планлаштыралар. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәҙәниәт һәм күңел асыу учреждениеларына ташламалы хаҡҡа йөрөй ала. Ярҙам алыусылар арта Башҡортостан кешеләре был ярҙам сараларынан әүҙем файҙалана. Иғтибарығыҙға 2024 йылдың 29 июленә ҡарата мәғлүмәттәр. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 5,4 мең балаһы – балалар баҡсаһына, 4,3 меңдән ашыуы түңәрәктәргә бушлай йөрөй. Тағы 1,5 мең бала – шифахана-курорт дауаһын үткән, 2,6 меңе балалар лагерҙарында ял иткән. Бынан тыш, 5-11 кластарҙағы 6,7 мең уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Башҡортостандың шифахана-курорт ойошмалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 3 859 яугирҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул иткән. Шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән 580 кеше тәьмин ителгән. 141 ғаилә торлаҡ һатып алыуға льготалар алған. Мәҙәниәт учреждениелары сараларына 76 мең кеше йәлеп ителгән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Медицина ойошмаларында – 2 меңдән ашыу, “Ғаилә” үҙәктәрендә 5,5 мең кеше ошондай ярҙамдан файҙаланған. Хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыу өсөн сертификаттарҙы махсус операцияла ҡатнашҡан 72 кеше алған. Бынан тыш, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн республика колледждарында белем алыу хаҡын компенсациялау тураһында закон проекты әҙерләнгән. Был ярҙам сараһынан 56 кеше файҙаланған. Шулай уҡ 2024 йылдың июненән 52,5 мең һумлыҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялауға сертификаттар тапшыра башланылар. Бындай хеҙмәт 18 кешегә күрһәтелгән дә инде. “Ватанды һаҡлаусылар” МХО-ла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының төбәк филиалына 2023 йылдың 1 июненән алып 24 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, белгестәр 53 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә Ватан һуғышы яугирҙәренең ғаиләләре комитетының төбәк бүлексәһе лә ярҙам күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә бында 27 меңдән ашыу һорау ҡабул ителгән, республика район-ҡалаларында 24 күсмә осрашыу үткәрелгән, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 1,5 меңдән ашыу ғаилә ағзаһына юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелгән. Ә “Герой ҡатыны. Геройҙың әсәһе” акцияһы 38 муниципалитетты үҙ эсенә алған һәм 3 меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән. Фото: "Башинформ".