Башҡортостанда башҡарылған барлыҡ яҡшы башланғыстарҙан яманлыҡ табыусы телеграм-каналдар һайлау үтеп киткәндән һуң эштәрен бер аҙ һүлпәнәйтһә лә, туҡтарға уйламай. Был аҙнала улар нимә яҙҙы һәм уларҙы нисек фашланылар? Түбәндәге яҙмала. Һәр саҡтағыса, был эштә “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы тырыша. Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында Яҡтыкүл янындағы ерҙең сауҙалашыуһыҙ бер эшҡыуарға ҡунаҡхана төҙөү өсөн бирелеүе тураһында хәбәр баҫылып сыҡты. Был баҫмалар, әлбиттә, һәр саҡтағыса, бер яҡлы мәғлүмәт биреү менән айырылып тора. Әммә был өҫтөнлөклө инвестиция проекттары өсөн ғәҙәти күренеш, ҡунаҡхана шундай булып тора ла. Өҫтөнлөклө инвестиция проекты – инвесторҙарға ярҙам итеү механизмы ул. Был статус компанияларға килемгә һәм мөлкәткә һалым буйынса льготалар, инвестиция һалымдарын тотоп ҡалыу, төбәк бюджетынан һәм ерҙән сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға субсидиялар алыу мөмкинлеген бирә. Һуңғыһы – инвестиция килешеүе сиктәрендә тап дәүләт ярҙамы сараһы. Бөтә был мәғлүмәт барыһы өсөн дә асыҡ. Һис шикһеҙ, был хәлдең коллегалар һиҙмәгән ыңғай яғы: өҫтөнлөктө урындағы эшҡыуар алды. Уның фирмаһы төҙөлөш планлаштырылған ауыл биләмәһендә теркәлгән. Проектҡа инвестициялар 40 миллион һум тәшкил итәсәк, ә уны тормошҡа ашырыу 2024-2027 йылдарға планлаштырылған. Яңы ҡунаҡханала ун самаһы яңы эш урыны булдырылыр тип көтөлә. Участка Яҡтыкүлдең бик матур курорт зонаһында, уның янында тау саңғыһы трассалары һәм башҡа туристик объекттар урынлашҡан. Билдәле булыуынса, республикаға туристик ағым үҫә һәм 2023 йылда ул 2,15 миллион кешегә еткән. Тимәк, бындай проекттар бик ваҡытлы һәм кәрәк. Әйткәндәй, ни өсөн Әбйәлил эшҡыуары ерҙе сауҙалашыуһыҙ алыуын аңлатып та өлгөрмәнеләр, фейк таратыусылар яңы алдаҡ уйлап сығарҙы. Баҡһаң, ерҙе алған Әбйәлил эшҡыуары, урындағы инвестор Юнир Таһиров Каринэ Хәбирова менән туған булып сыҡҡан икән... Хатта Радий Хәбиров менән дә түгел, ә тап уның хәләл ефете менән. Был хаҡта ниндәйҙер “Правда в Башкирии” каналы хәбәр итә. “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы был хәбәрҙән хатта аптырап ҡалған... Күрәләтә алдауға ҡаршы хатта улар ҙа һүҙһеҙ. 2025 йылдың 1 ғинуарынан психикаһы ҡаҡшаған пациенттарҙы электр-тартышыу терапияһы (ЭСТ - электро-судорожная терапия) менән дауалайҙар. “Пруфы” баҫмаһы был мәғлүмәтте тап ошолай ҡот осҡос итеп бирҙе. Әйҙәгеҙ тикшерәйек. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һөйләүҙәренсә, ошо алым (ЭСТ) психик һәм неврологик ҡаҡшауҙар ауыр булғанда Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған клиник тәҡдимдәргә инә. Уға шизофренияны, биполяр аффектив ҡаҡшауҙарҙы һәм Паркинсон ауырыуын дауалағанда мөрәжәғәт итәләр. Ул лаборатория һәм физик параметрҙар контроле аҫтында дөйөм анестезия аҫтында үткәрелә. Нарколог, медицина фәндәре докторы Азат Әсәҙуллин билдәләүенсә, ЭСТ – ул заманса хәүефһеҙ алым. Уны нигеҙһеҙ рәүештә әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмә итеп күрһәтәләр. “Дөйөм алғанда, йәмғиәттә психиатрияға ҡаршы стигмалар ныҡ ҙур, ә борсолоуҙар күп йәһәттән мәғәнәһеҙ, сөнки күпселек төбәктәрҙә ҡорамалдар ҙа, белгестәр ҙә, теләктәр ҙә юҡ”, - ти эксперт. ЭСТ тураһында күберәк белгегеҙ килһә, докторҙың каналында уҡырға була. “Пруфы” “эксперттары” яҙыуынса, был алымға медикаменттар етмәгәнлектән мөрәжәғәт итәләр. Күрәһең, был турала уларға ишек төбөндә ултырған “әбейҙәр” шыбырлайҙыр, сөнки объективлыҡ юҡ бында. Рәүфә Рәхимованың “Однажды в Башкирии” телеграм-каналында донъя күргән алданған өлөшсөләр хаҡында мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. Телеграм-канал Радий Хәбировты ялғанда ғәйепләй – йәнәһе лә, ул биш йыл эсендә алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итә алмаған, ә үҙе бының киреһен раҫлай. Миҫалға алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондының 65 кешегә тапшырылмаған фатиры килтерелә. Коллегалар, мәғлүмәтегеҙҙе яңыртығыҙ: милекселәр күптән үҙ торлағы асҡысын алған. Шулай итеп, Хәбировтың бөгөнгә республикала проблемалы объекттар юҡ тигән раҫлауы – дөрөҫ. Быға теләгән һәр кем инана ала – Проблемалы һәм алданған өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың берҙәм реестрынан теләгән бер ҡулланыусы файҙалана ала. Унда барыһы ла асыҡтан-асыҡ күрһәтелә. Прокуратура контролендәге 18 йортҡа килгәндә иһә, был объекттар алданған өлөшсөләрҙеке түгел. Был аҙнала башҡорт телен өйрәнеү буйынса ла алдаҡ яҙмалар күренде. "Башҡорт"* экстремистик ойошмаһының элекке етәксеһе Руслан Ғәббәсов ** Башҡортостан мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәренең юғалыуы хаҡында уй-фекерҙәр яҙыуын дауам итә. Һүҙҙәрен дәлилләү өсөн ул Өфө мәктәптәренең береһендә ата-әсәләр өсөн ҡуйылған иғланды килтерә. Унда туған телде өйрәнеүгә ғариза яҙыу мотлаҡ түгел тип яҙылған. Әйҙәгеҙ тикшерәйек. Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң 45-се мәктәбенең класс етәксеһе дөрөҫ мәғлүмәт бирмәгән. Туған башҡорт телен өйрәнеүгә ғаризалар яҙырға кәрәкмәгән. Быға уларҙың бығаса 5-се класта яҙылыуы сәбәпсе. Шуны ла хәтергә төшөрөргә кәрәк, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ бөтә кластарҙа ла өйрәнелә. Руслан Ғәббәсов** сираттағы тапҡыр уны тикшереп тә ҡарамай дөрөҫ булмаған мәғлүмәт тарата. Уйлап ҡараһаң, шовинист-сепаратистан тағы нимә көтөргә мөмкин инде? “Пруфы” баҫмаһының сираттағы алдағы Ҡазанда үткән Kazan Digital Week халыҡ-ара форумында Башҡортостан ҡатнашмаған тигән хәбәргә ҡайтып ҡала. "Kazan Digital Week-2024" халыҡ-ара форумы 9-нан 11 сентябргә тиклем Ҡазанда үтте. Форум сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре бер нисә секцияла ҡатнашты. Форумда 112 системаһын үҫтереү, мәғлүмәт йыйыуҙың үҙәкләштерелгән системаһын булдырыу һәм халыҡҡа хәбәр итеү сараларын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан делегацияһы тәжрибә уртаҡлашты һәм норматив базаны, мәғлүмәт биреү системаларын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Башҡортостанға ошо йүнәлештә эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың тәҡдимдәрен хупланы. Форум сиктәрендә ойошторолған күргәҙмәлә Башҡортостан вәкилдәре 112 системаһын интеграциялау һәм "аҡыллы" домофондар менән хәбәр итеү мөмкинлектәрен өйрәнде. Сираттағы тапҡыр алдаҡтары фашланды. * - “Башҡорт” ойошмаһы 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды һәм Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды. ** - Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.