ФӘН Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда фән менән шөғөлләнеү, яңы тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, ғилми берләшмәләрҙе, айырыуса йәш ғалимдарҙы дәртләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. 12 сентябрҙәге Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы тантанаһында Радий Хәбиров алдағы йылдарҙа фәндең нисек үҫешәсәге хаҡында ла һөйләне. “Фәнде, мәғарифты, мәҙәниәтте, спортты үҫтереүҙә етди уңыштарға өлгәштек. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәген булдырҙыҡ, вуз-ара кампус төҙөйбөҙ. Йәштәребеҙ республикала белем алһын, һуңынан ошонда уҡ үҙҙәренең һәләттәрен файҙаланһын өсөн төбәктә күп көс һалына”, – тине Башҡортостан Башлығы. Бөгөнгө мәҡәләлә Башҡортостан ғалимдарының фәндең төрлө тармаҡтарында – химия, медицина, генетика, ауыл хужалығы өлкәләрендәге һуңғы асыштарын һәм ҡаҙаныштарын барланыҡ. Рәсәй самолеты өсөн төп элементты уйлап табыу Өфөлә Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың ғәҙәттән тыш һығылмалылығы проблемалары институты МС-21 Рәсәй пассажир самолеттарына ҡуйылған бишенсе быуын авиадвигателдәре өсөн төп элементты әҙерләне. Был хаҡта институт директоры Радик Мөлөков хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ПД-14 двигателе – Рәсәйҙә әҙерләнгән тәүге заманса турбовентилятор двигателе. Уның төп детален – вентилятор ҡалағын – Башҡортостан ғалимдары уйлап тапҡан. “Rolls-Royce инглиз компанияһы, эс яҡлап селтәрле конструкция булдырып, был ҡалаҡтарҙы нисек еңеләйтеүҙе уйлап тапҡан. Шуның менән һауаны һурыу 30 процентҡа күбәйә, һөҙөмтәлә файҙалы эш коэффициенты (КПД) арта. Англия технологияны экспортҡа сығарыуҙы тыйған, был милли ҡаҙанышҡа әүерелгән. Шуға күрә беҙгә ошо технологияны әҙерләү бурысын ҡуйҙылар. Беҙ аҙ ғына ваҡыт эсендә, артыҡ ҙур аҡса сарыф итмәйенсә, сит ил аналогтарынан яҡшыраҡ технология уйлап таптыҡ. Rolls-Royce беҙҙең ҡаҙаныштарҙы танырға мәжбүр булды, Англия хөкүмәте беҙгә тейешле патент бирҙе”, – ти Радик Мөлөков. Быйыл МС-21 самолеты осош һынауҙарын башлай. Уның двигателендә тап Башҡортостанда уйлап табылған елләтеү ҡалаҡтары тора. Күҙаллауҙар буйынса, йыл аҙағында ПД-14 двигателле МС-21 самолеты пассажирҙар менән тәүге осош яһар, тип көтөлә. Башҡорт бал ҡортоноң геномы Башҡортостанда тәүге тапҡыр башҡорт бал ҡортоноң геномы тикшерелде. Был хаҡта быйылғы йыл башында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры вазифаһын башҡарыусы Эльза Хөснөтдинова белдергәйне. – Бал ҡорттары генетикаһын өйрәнеү өлкәһендә беҙ беренсе тапҡыр башҡорт бал ҡорто гендарын эҙмә-эҙлекле асыҡланыҡ. Хәҙер беҙҙә төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн яуаплы гендар, балдың, инә ҡорт һөтөнөң сифаты өсөн яуаплы гендар табыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер варроатоз ауырыуына тотороҡлолоҡ гены табылды, тимәк, был сирҙе дауаларға мөмкин буласаҡ, - ти Эльза Хөснөтдинова. - Бынан тыш, бал һәм инә ҡорт һөтөнөң сифатын баһалау һәм диагностикалау өсөн молекуляр-генетик ысулдар һәм технологиялар эшләнде. Онкология сирҙәрен өйрәнеү Быйыл Башҡортостанда ике яңы лаборатория булдырылды. Мәғариф һәм фән министрлығының 90 миллион һумлыҡ мегагранты ярҙамында молекуляр биоинформатика лабораторияһы һәм ҙур геном мәғлүмәттәрен эшкәртергә мөмкинлек биргән биоинформатика үҙәге асылды. Шулай уҡ функциональ структур геномика лабораторияһы булдырылды, ул онкология сирҙәрен молекуляр генетик өйрәнеү менән шөғөлләнәсәк. – Беҙ һөт биҙҙәре, түллек биҙҙәре, ашҡаҙан, бөйөр һәм үпкә, простата яман шеше кеүек онкология ауырыуҙарын өйрәнеү менән шөғөлләнәбеҙ. Һуңғы өс йылда беҙ уларҙың үҫешенә килтергән бер нисә генды асыҡланыҡ, - тип хәбәр итте Эльза Хөснөтдинова. Әгәр ғаиләлә йәки нәҫелдә ауырыуҙар булһа, Башҡортостанда йәшәгән һәр кем диагностика үтеп, генетик паспорт алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн Медицина-генетика үҙәгенә йәки Өфө фән һәм технологиялар университетындағы Молекуляр медицина үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уларҙа нәҫел ауырыуҙары гендары мутациялары билдәләнә. Аритмиянан дарыу Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Химия институты ғалимдары үҙҙәренең лабораторияларында яңы медицина препараты – антиаритмика өҫтөндә эшләй. Хәҙер аритмия тыуҙырған йөрәк ауырыуҙарын дауалау өсөн «Аллапинин» препараты киң ҡулланыла, ул да башҡорт ғалимдарының асышы булып тора. Ләкин ул эремәй торған формала ғына етештерелә, йәғни таблетканы һыу менән эсергә һәм дарыуҙың тәьҫирен күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәк. Яңы уйлап табылған дарыу экстрен осраҡтар өсөн дә «ашығыс ярҙам» ролен үтәргә тейеш. “Мәҫәлән, операция ваҡытында кешелә аритмия башланды, ти. Был киҫкен хәлде шунда уҡ бөтөрөргә кәрәк. Беҙҙә яңы, һыуҙа эреүсән антиаритмика формаһы әҙерләнгән, ул әле клиник һынауҙар үтә. Түбән концентрацияла ла һөҙөмтәле эшләй. Был – беҙҙең академик Марат Юнысовтың асышы”, - тип хәбәр итте институт директоры Сергей Хурсан. Бал ҡорттары һәм парһыҙ ебәк күбәләге өсөн фермомондар Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Химия институты ғалимдары бал ҡорттарын билдәле бер үҫемлектәргә йәлеп итергә ярҙам иткән феромондар уйлап тапҡан. Ууларҙың уңышын арттырыу өсөн уларҙы һеркәләндерергә кәрәк, тип һөйләне институт директоры Сергей Хурсан. Уның һүҙҙәренсә, лабораторияларҙа бөжәктәрҙе йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн тәғәйенләнгән 70 төрлө феромондан торған линия әҙерләнгән. Мәҫәлән, былтыр бал ҡорттарын люцернаға йәлеп иткән феромондарҙы һынап ҡаранылар. Бының һөҙөмтәһе үҙен көттөрмәне: бал ҡорттарының һеркәләндереүе һөҙөмтәһендә люцернаның уңышы ике тапҡырға күберәк булған. “Яҡшы һөҙөмтә алдыҡ. Беҙҙең тәжрибә станцияһында, эргәлә бал йыйыу өсөн шәп һаналған үҫемлектәр үҫһә лә, бал ҡорттары люцерна өҫтөндә генә өйөрөлдө”, - ти Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко. Сергей Хурсан Ауыл хужалығы министрлығы менән бергә парһыҙ ебәк күбәләге өсөн феромон һынап ҡарарға ниәтләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Махсус химик матдәләр был бөжәктең ир-егет енеслеләрен генә йәлеп итергә, ә ҡатын-ҡыҙ енеслеләрен ҡурҡытырға тейеш. Һөҙөмтәлә ҡарышлауыҡтар барлыҡҡа килеүгә юл ҡуйылмаясаҡ. Фотолар: “Башинформ” агентлығы, Өфө вуз-ара кампусы һәм ӨФТУ-ның сайттарынан.