Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Спартакиадаға ғаиләләре менән килделәр

15 сентябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерлеге үҙәгендә спорт һәм сәләмәтлек байрамы үтте. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы Спорт министрлығы менән берлектә республика хеҙмәтсәндәренең йәйге спартакиадаһын үткәрҙе. Сараның төп маҡсаттары халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, физкультура һәм спорт үҫешенә булышлыҡ итеү, профсоюз ойошмаларының предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа физкультура-һауыҡтырыу эшен әүҙемләштереү ине. Спорт һөйөүселәрҙе Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, республика Спорт министрлығының бүлек етәксеһе Андрей Григорьев сәләмләне. Сараға килгәндәр өҫтәл теннисы, армспорт, еңел атлетика – йүгереү, гер спорты, арҡан тартыу, ғаилә старттары буйынса ярыштарҙа беренселек өсөн алышты. Энергетика, химия, машиналар эшләү, авиация, нефть, газ сәнәғәте, бәйләнеш, дәүләт ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, аграр сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, автотранспорт, тимер юл профсоюздары вәкилдәре үҙ көсөн

15 сентябрҙә Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостан Республикаһының Спорт әҙерлеге үҙәгендә спорт һәм сәләмәтлек байрамы үтте. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы Спорт министрлығы менән берлектә республика хеҙмәтсәндәренең йәйге спартакиадаһын үткәрҙе. Сараның төп маҡсаттары халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү, физкультура һәм спорт үҫешенә булышлыҡ итеү, профсоюз ойошмаларының предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа физкультура-һауыҡтырыу эшен әүҙемләштереү ине. Спорт һөйөүселәрҙе Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, республика Спорт министрлығының бүлек етәксеһе Андрей Григорьев сәләмләне. Сараға килгәндәр өҫтәл теннисы, армспорт, еңел атлетика – йүгереү, гер спорты, арҡан тартыу, ғаилә старттары буйынса ярыштарҙа беренселек өсөн алышты. Энергетика, химия, машиналар эшләү, авиация, нефть, газ сәнәғәте, бәйләнеш, дәүләт ойошмалары, һаулыҡ һаҡлау, аграр сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, автотранспорт, тимер юл профсоюздары вәкилдәре үҙ көсөн һынаны. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы командаһы бындай сарала икенсе тапҡыр ҡатнашты. Йүгереү һәм эстафета буйынса командалар араһында үҙ төркөмөндә икенсе урынға сыҡты. Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге етәксеһе Радик Латипов Өфө марафонында ла, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең еңел атлетика кростарында ла үҙ көсөн һынаған. Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһынан стоматолог-ортопед Рәмил Рәхимов алтын миҙалға лайыҡ булды. Ул 25 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 120 тапҡыр күтәрҙе. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөштәренең береһе ғаилә старттары ине. “Әсәй, атай, шәберәк”, “Балам, бирешмә!” кеүек һүҙҙәр стадиондың теге йәки был өлөшөндә яңғыраны. Спартакиаданың иң йәш ҡатнашыусыһы Роман Михайлов булды. Ул үҙенең әсәһе Эльмира – отоларинголог – һәм атаһы – 21-се дауахана табибы-травматологы Вячеслав Михайлов менән килгәйне. Улар өсәүләшеп ҡала һәм район ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Татыу ғаиләлә тағы Снежана, Милана исемле ҡыҙҙар һәм Герман исемле малай үҫә. Михайловтар ғаилә старттарында өсөнсө урынға сыҡты. - Был юлы күптәр ғаиләләре менән килделәр һәм спортсы медицина хеҙмәткәрҙәренә терәк булдылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тип белдерҙе Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Рауил Хәлфин. Күгәрсен районынан килгән команда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре исеменән сығыш яһаны. Гөлдәр Ғөбәйҙуллина, Гүзәлиә Ҡотлобаева, Рифат Зәйетов, Радик Мәхмүтов, Гөлнара Мусина, Руслан Фазлыев, Динә Мансурова һәм Ленар Абдуллин көсөн еңел эстафетала һынаны. Һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Беренсе төркөмдә беренсе урынға – Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм төҙөлөштөң нефть, газ тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы, Башҡортостан буйынса Электропрофсоюз – икенсе, Рәсәй тимер юлсылар һәм транспорт төҙөүселәре һөнәри союзының Башҡортостан филиалы өсөнсө урынға сыҡты. Икенсе төркөмдә беренсе урынды – Бөтә Рәсәй дәүләт ойошмалары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәре профсоюзның Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы – беренсе, Бөтә Рәсәй мәғариф профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы, өсөнсөгә Рәсәй аграр сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренең республика ойошмаһы сыҡты. Ғаилә старттарында беренсе төркөмдә иң яҡшыһы тип Бөтә Рәсәй сәнәғәт һәм төҙөлөштөң нефть, газ тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре һөнәри союзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы исеменән сығыш яһаған Шамшиевтар танылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Булатовтар (Роспрофавиа) һәм Сафиуллиндар (Электропрофсоюз) бүлеште. Икенсе төркөмдә Бөтә Рәсәй дәүләт ойошмалары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәре профсоюзның Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы вәкилдәе Петровтар – беренсе, мәғариф хеҙмәткәрҙәре Салауатовтар – икенсе һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Михайловтар өсөнсө булды. Автор фотолары.