Борон немец Себастьян Кнейпп тигән рухани булған. Ул йәш саҡта туберкулёз менән сирләп китә, был уны һыу менән дауалауға этәрә, һуңынан белгәнен башҡа сирлеләрҙе дауалауҙа ла файҙалана башлай. Ул һаламдан, бесәндән яһалған аяҡ ванналарын төрлө ауырыуҙарҙы, айырыуса быуын ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланыу тураһында "Минең һыу менән дауаланыуым" тигән китап яҙған. "Бесән онтағынан (һабаҡ, япраҡ, орлоҡ вағы, ҡалдығы, әүрәү - бесән ятҡан ерҙә ҡалған ваҡ үлән) ванна бик файҙалы. 3-5 ус бесән онтағына ҡайнар һыу ҡойоп, һауыт-һабаны ябалар, артабан 25-26 градус температураға тиклем һыуыталар. Уны ошо килеш йәки һыуын һарҡытып алып та ҡулланырға була. Был ысул аяҡ йәрәхәтләнгәндә, шешкәндә, подагра ваҡытында, кимерсәк төйөнө, тырнаҡ аҫтында эренле шеш булғанда, тығыҙ аяҡ кейеменән зыян күргәндә бик файҙалы. Бесән онтағын ярты сәғәт самаһы ҡайнатырға һәм 25-26 градусҡаса һыуытып, 20-30 минут тирәһе аяҡты тығып тоторға кәрәк. Тәжрибәгә таянып, шуны әйтә алам: был ванналарҙың аяҡты йомшартыуҙа ү