Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөлназ матурлыҡ тыуҙырырға хыяллана

Талбазыла йәшәгән Гөлназ Корастылева – өс бала әсәһе. Өлкән ҡыҙы колледжда, икәүһе мәктәптә уҡый. Тормош иптәше вахта ысулы менән эшләй. Күптән түгел ул үҙенең элекке хыялын тормошҡа ашырырға булды. Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы тырнаҡ сервисы оҫтаһы булырға Халыҡ мәшғүллеге йүнәлтмәһе буйынса 2018 йылда уҡ уҡып сыға. Таныштарына йыш ҡына матурлыҡ хеҙмәте күрһәтһә лә, уның үҙаллы бизнес менән шөғөлләнгеһе килә. Ул быйыл социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум аҡса ала. Тейешле ҡорамалдар, педикюр креслоһы, медицина стерилизаторы һатып алған. Маникюр оҫтаһы оҙаҡламай Өфө профессионалдарына сираттағы уҡыуға бармаҡсы. Шунан һуң ул башкөллө эшкә сумасаҡ. Социаль контракт шарттары буйынса йыл дауамында ай һайын халыҡты социаль яҡлау идаралығына башҡарылған эш тураһында отчет бирергә кәрәк буласаҡ. Гөлназдың тағы бер яратып шөғөлләнгән эше бар. Ул уйынсыҡтар һәм йыуғыстар бәйләй. Республикала адреслы ярҙамдың айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланған йүнәлештәре бар: шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу. Быйыл ошо йүнәлештәр буйынса 938 һәм 719 килешеү төҙөлгән. 2023 йылда рәсмиләштерелгән социаль контракттарҙы анализлағанда тап ошо йүнәлештәрҙең иң һөҙөмтәле булыуы асыҡланған. Былтырғы 1180 социаль контракттың 49-ы үҙмәшғүл булараҡ иҫәптә торған граждандар менән төҙөлгән. Уларҙың срогы тамамланғас, яһалған йомғаҡ граждандарҙың йән башына тура килгән килеменең 25 процентҡа артыуын күрһәткән. Ғаилә йылының ете айында республикала 2,8 мең социаль контракт төҙөлөп, программала ҡатнашыусыларға 514,4 миллион һум аҡса түләнгән. Контракттарҙың 69 проценты балалы ғаиләләр менән төҙөлгән. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың әйтеүенсә, “адреслы дәүләт ярҙамының төп маҡсаты – мохтажлыҡ кисергән ғаилә йәки гражданға ярлылыҡтан сығыу өсөн шарттар тыуҙырыу. Бындай социаль ярҙамды йыл һайын биш меңгә яҡын кеше ала”. Социаль контракт төҙөү өсөн төп шарт: кешенең йән башына тура килгән уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булырға тейеш. Контрактты тормошҡа ашырыу ғаиләнең, айырыуса күп бала тәрбиәләгәндәрҙең матди хәлен яҡшыртыуҙа төп инструменттарҙың береһе булып тора. Ул дүрт йүнәлеш буйынса төҙөлә: Эш эҙләүгә – социаль контракт төҙөлгән ваҡыттан алып бер ай дауамында 14 991 һум аҡсалата түләү ҡаралған. Эшкә урынлашҡандан һуң өс ай дауамында ла түләнәсәк. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә (350 мең һумға тиклем). Шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға (200 мең һумға тиклем). Ауыр тормош хәленә юлыҡҡанда алты айға тиклем 14 991 һум күләмендә айлыҡ түләү ҡаралған. Хәҙерге ваҡытта федераль кимәлдә “Ғаилә” милли проекты эшләнә, ул 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уға ла социаль контракт нигеҙендә дәүләт социаль ярҙамын күрһәтеү буйынса сара индереләсәк. Бала үҫтергән ғаиләләр республикала халыҡ һаны үҫешен тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Демографик хәлде яҡшыртыу һәм балалар, ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, ғаилә институтына ярҙам итеү буйынса республика етәкселеге тотороҡло сәйәсәт алып бара. Күп балалы ғаиләләр алдында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙен бөгөн борсоған мәсьәлә хаҡында былай тип белдергәйне: “Беҙҙе бөгөн республикалағы демографик хәл бик борсой. Был – иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе. Һеҙ беләһегеҙ, тыуым беҙҙә кәмей. Бәлки, тап һеҙҙең кеүектәр арҡаһында баҡыйлыҡҡа күскәндәргә ҡарағанда беҙҙә күберәк кеше тыуа башлар. Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың төп һыҙаты булды. Әйҙәгеҙ бергәләп был традицияны һаҡлайыҡ!” Фото: https://vk.com/aur_vesti