Ямғырлы йәй ауыл хужалығы эшсәндәренә байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙырып, уларҙы ныҡ ҡына борсоуға һалһа ла, көҙ башы матур көндәр менән ҡыуандырҙы. Шуға күрә “Көнө йылды туйҙырыр мәл” тигән әйтем бөгөн айырыуса урынлы һәм көнүҙәк. Илеш районына командировкаға барғаныбыҙҙа ла баҫыу иңләп иген һуҡҡан комбайндарҙы, ашлыҡ тейәп, ырҙынға ашыҡҡан йөк машиналарын һәр урында күрергә мөмкин ине. Илеш – элек-электән игенселек менән дан тотҡан төбәктәрҙең береһе. Тап ошо райондың аграрийҙары ер эшкәртеүҙең юғары мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусылар һанала. Был ерҙең һәр бүлеменә хужаларса ҡарашта булыуҙы, уны үҙ тәғәйенләнешенә ярашлы ҡулланып, файҙа алыуҙы һәм бер үк ваҡытта хәстәрлек күреүҙе лә аңлата. Илеш игенселәре бөгөн дә элекке данға тап төшөрмәҫкә тырышып эшләй, баҫыу-ҡырҙарҙа мул уңыш үҫтереп, райондың һәм республиканың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Рәмил Мостафин оҙатыуында райондың “Ағиҙел” йәмғиәтенә юл тоттоҡ. Маҡсатыбыҙ – урып-йыйыу эштәре менән танышыу