Яңы модулле ФАП санитария нормалары һәм ҡағиҙәләрҙең бөтә талаптарына, шулай уҡ медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу стандартына тап килтереп төҙөлгән. Бында тәүге тикшереүҙәр һәм планлы тикшереүҙәр үткәрергә, балаларға прививкалар яһарға, анализдар алырға, ә иң мөһиме – сифатлы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкин. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары Боғорослан һәм Золотоношка ауылдарында асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһы структураһында һигеҙ амбулатория һәм 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Шихан ауылы халҡының ҡыуанысы менән бүлешергә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов та килгәйне. – Һеҙҙе бындай ҙур ваҡиға менән ҡотлайым. Ауыл халҡы өсөн урында табип, медицина хеҙмәткәре булыуы, ошонда уҡ беренсел медицина ярҙамын алыуы мөһим мәсьәлә. Яңы фельдшер-акушерлек пункты был мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итер, шуға бөгөн мөһим көн. 2019 йылдан алып республикала 40-ҡа яҡын ФА