Республикала быйыл дүрт медицина ойошмаһы тәү тапҡыр колопроктология буйынса лицензия алды. Хәҙер уларҙың һаны 143-кә етте. – Һуңғы йылдарҙа медицина тармағы әүҙем үҫешә. Статистиканан күренеүенсә, өлкән йәштәге халыҡтың 30 проценты колопроктологик профилдәге сирҙәрҙән яфалана. Был проблема етди ҡараш талап итә, сөнки был сирҙәрҙең онкологияға килтереү ихтималлығы көслө. Бөгөн йыуан эсәк сирҙәре тотороҡло үҫешеүен дауам итә, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Әлеге ваҡытта стационар һәм амбулатор дауалауҙы яраштырып алып барған үҙәктәр ойошторола, юғары технологиялы операциялар индерелә. Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензиялар алыуҙы ябайлаштырыуға министрлыҡтың лицензиялар бүлеге булышлыҡ итә. Яңы лицензия алыу өсөн хәҙер 15 көн дә етә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшырт