"Мин һарандар араһына тормошҡа сығып, ғүмер буйы ыҙалап йәшәнем. Ауылда иремдең туғандарын һарандар тип йөрөтөүҙәре ҡыҙ саҡта ҡыҙыҡ ине. Ә һуңынан көлкөмдән бер нәмә лә ҡалманы. Ҡәйнәм менән ҡайным бар аҙыҡты келәттә бикләп тотто. Асҡысы үҙҙәрендә. Ҡәйнә сығарып биргән аҙыҡты самалап бешерәһең. Бер бәрәңге әрсеп ултырғанда ирем ултырғыстан этә төрттө. Бәрәңгене юнып әрсейһең тип. Ауырға ҡалғанда асыҡҡанымды! Ашап булмай, аҙыҡ бикле. Иҫләйем бер әсәйҙәргә ҡунаҡҡа киттек. Мин эй ашайым, эй ашайым. Әсәйем минен ябығып киткәнде күреп, насар йәшәйһегеҙме әллә, тип һораша башланы. Юҡ, тигән булдым, сөнки атай-әсәйемде тыңламай һарандарға үҙем көсләшеп сыҡтым. Баш балабыҙ беренсе класта уҡығанда ирем ҡайны-ҡәйнә менән күрше ауылға киттеләр. Шул саҡ келәттең асҡысын табып алып, фарш индереп, улыма кәтлиттәр бешереп ашаттым. Һауыт-һабаны йыуып, бөтә нәмәне йәшерҙем, белмәһендәр тип. Сөнки келәттә ит тә, фарш та күп ине. Баяғы балам тотторҙо бит. Әсәй, минең теге ваҡыттағы кеүек тәмле кәтлит аша