Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алдынғы ҡарашлы, изге йөрәкле мөғәллимә

“Уҡытыусы – ниндәй гүзәл исем!” конкурсында ҡатнашыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө һүҙебеҙ – Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева хаҡында. Гөлсөм Урал ҡыҙы Белорет районының Асы ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡытыусы булыу теләге барлыҡҡа килә. Уҡыған саҡта уҡ гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙа, райондың “Урал” гәзитенең “Йәш хәбәрсе”һе була. Ижадҡа тартылыу, яҙышыу һәләтен хәҙерге көндә уҡыусылары менән ихлас бүлешә. – Уҡыусыларымдың ижади һәләттәренә иғтибар бүлеп, уларҙы ла төрлө әҙәби булған конкурстарға ҡатнаштырырға тырышам, – ти Гөлсөм Урал ҡыҙы. Уҡытыусы һөнәренә ҡыҙыҡһыныуы Башҡорт дәүләт университетына алып килә. Юғары белемгә эйә булғандан һуң бына инде 20 йылдан ашыу Белорет районының Шығай мәктәбендә эшләй, йәш быуынға туған башҡорт телебеҙҙең нескәлектәрен төшөндөрә, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләй. “Һөнәремде яратам, балалар менән эшләү оҡшай. Миңә бер урында ғына тапаныу оҡшамай, шуға күрә үҙемде үҫтереүгә, һөнәри йәһәттән камиллашыуға иғтибар бүлергә тырышам, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ихлас ҡатнашам”, - ти тәжрибәле уҡытыусы. Гөлсөм Урал ҡыҙы буш ваҡытында тәбиғәттә булырға ярата, тау-урманлы хозур төбәктә тыуып үҫкәнгәме, күңеленә тауҙар яҡын. Уның тағы ла бер яратҡан шөғөлө – сәскәләр үҫтереү. Уҡытыусының ғаиләһе лә бына тигән. “Тормош иптәшем дә уҡытыусы булып эшләгәс, бер-беребеҙҙе аңлап, тормош йөгөн бергә тартабыҙ. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек”, - ти конкурсантыбыҙ. Бер туған апаһы йәшләй мәрхүмә булғас, уның ҡыҙын да үҙ ҡанаты аҫтына алып, матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Бөгөн Гөлсөм Урал ҡыҙы – ике ейәнсәргә һөйөклө өләсәй ҙә. Конкурсантыбыҙға һәр йәһәттән уңыштар, бәрәкәтле матур тормош теләйбеҙ һәм төркөмөбөҙ дуҫтарын лайыҡлылар өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар: Г. Йылҡыбаеваның шәхси альбомынан.

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц