Ҡайһы берҙә бик фәһемле лә, ғибрәтле лә хәлдәр тураһында ишетергә тура килә. Түбәндәге тарихты ғаиләлә ике ҡыҙҙан һуң өсөнсө булып тыуғанға бик бәхетһеҙ булып үҫкән олоғайып барған ҡатын һөйләне. "Атайым мине малай була тип көткән. Ике апайымдан һуң тыуғанмын. Шуға күрә ул апайҙарымды яратһа ла, миңә бик ҡырыҫ булды. Был миңә ныҡ ауыр тәьҫир итте. Бала саҡта атайыма иркәләнеп ҡараным, ә инде өлкәнәйә килә үҙем унан ситләштем. Әсәйем мине йәлләһә лә, атайҙан уҙып бер ни ҡыла алманы. Билдәле, 15 йәштән өйҙән ситкә сығып киттем. Уҡыным, эшләнем. Ғаилә ҡорҙом, яҡшы йәшәйем. Ике улым бар. Ҡыҙ көтһәм дә, булманы. Әммә улдарымдың икеһен дә яратам, ирем дә шулай. Атайым да ейәндәрен яратты. Мин ата-әсәйемә һәр саҡ ярҙам иттем. Үҫмер саҡта өйҙән сығып киткәндән алып үҙем уларҙан бер тин аҡса алманым. Шулай һәр ваҡыт малайҙан да яҡшыраҡ булыуымды иҫбатларға тырыштым. Гел шул уй менән йәшәнем. Яңыраҡ атайым мәрхүм булды. Үлер алдынан, һине малай булыр тип көткәйнем, әммә хәҙер ун малайға ла алмаштырмаҫ инем, тине... Эх, шул һүҙҙәрҙе элегерәк әйткән булһа икән, ә мин ҡырҡ йәште үткәс түгел". Нәсих Хәлисов фотоһы.