Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте үҙҙәрен ғаиләгә алыуҙарын көткән дүрт сабый тураһында хәбәр итә. Балаларға ғаилә йылыһы, ата-әсә һөйөүе бик кәрәк! Рузалина – иң өлкәне, уға ете йәш. Тыныс холоҡло, яғымлы ҡыҙ бәләкәй туғандарын ҡараша, уларҙы бик ярата. Алһыуға биш йәш, һөйләшергә, аралашырға әүәҫ. Иркәләгәнде, иғтибар күрһәткәнде ярата. Айһылыуға дүрт йәш, күҙәтеүсән, йомарт күңелле ҡыҙ. Тик шунда уҡ кешеләргә ышанып бармай, тәүҙә һаҡ ҡына күҙәтергә ярата. Илмиргә ни бары йәш тә туғыҙ ай. Уйынсыҡтар менән уйнарға ярата, иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан. Пирамидалар йыйырға әүәҫ, хәрәкәтсән уйындар уға бик оҡшай. Балаларға ата-әсә табырға ярҙам итергә теләһәгеҙ, үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә репост эшләгеҙ, тип хәбәр итә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.