“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” тип исемләнгән Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы Нуриман районында йәшәгән гүзәл заттарҙы бергә йыйҙы. Сара сиктәрендә Красная Горка ауылының Мәҙәниәт йортонда лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, белгестәрҙең ҡабул итеүҙәре ойошторолдо. Көҙгө көндөң йылы һәм матур булыуы ғына түгел, ә ҡатнашыусыларҙың йылмайыуы, берҙәмлектең, яңы танышыуҙарҙың йылы мөхите, тәьҫораттар ҙа ҡояшлы буяуҙар менән уйнаны. “Хәйерле көн, ҡәҙерле сарала ҡатнашыусылар, Нуриман районында ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе ҡунаҡтары! Беҙ барыбыҙ ҙа эргәлә үҙебеҙҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ тойған кешеләр менән бергә булырға теләйбеҙ. Проектта ҡатнашыусыларҙың, ойоштороусыларҙың, спикерҙарҙың барыһы ла һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн ышаныслы мөхит һәм кәйеф булдырғандыр тип ышанам. Бында килеүселәрҙең барыһы ла үҙҙәре өсөн ниндәйҙер файҙалы, ҡыҙыҡлы, мөһим нәмә тапһын ине. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа иң яҡшы белгестәрҙе алып килергә тырыштыҡ, улар үҙ эшен һөйөү менән башҡара. Нимә генә эшләһәк тә, беҙҙән, ҡатын-ҡыҙҙарҙан, күп нәмә