Был йәһәттән бихисап йорт алды ихаталары матурланды ла инде. “Кешеләр подъезға сыҡһа, ихатаға сыҡһа, ә был киңлектәр матур булһа, әлбиттә, беҙҙең республика кешеһенең кәйефе күтәренке, күңеле таҙа буласаҡ. Программаны дауам итәбеҙ!” – тигәйне был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбиров. “Башҡорт ихаталары”н ғәмәлдә Стәрлетамаҡ миҫалында ла күреп була. Бында, мәҫәлән, быйыл программа буйынса ике ихатаны төҙөкләндерәләр. Ике объектта ла “Проект-Плюс” ойошмаһы эш алып бара. Әйткәндәй, был ойошма былтыр әлеге программа сиктәрендә ҡалала ихаталарҙы матурлап, абруй ҡаҙанып өлгөрәйне инде. Ихаталарға килгәндә, әлеге ваҡытта Элеватор, Имай Насири урамдары һәм Октябрь проспектында урынлашҡан унға яҡын йорт алды матурлана. Ике проекттың дөйөм хаҡы – 85 миллион һумдан ашыу! Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, был проектта ихаталағы юлдарға асфальт түшәү, яңы тротуарҙар булдырыу, туҡталҡа эшләү, балалар һәм спорт майҙансыҡтары урынлаштырыу ҡаралған. Әйткәндәй, майҙансыҡтар махсус хәүефһеҙлекте тәьмин ите