Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бүребай ауылының табип амбулаторияһы яңы УЗИ-аппарат менән тулыланды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бүребай ауылының табип амбулаторияһы яңы УЗИ-аппарат менән тулыланды. Уны «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенән сираттағы бүләге булды. Был инициатива компанияның урындағы медицина учреждениеһына күрһәткән даими ярҙамын айырып билдәләй. Предприятиела хеҙмәткәрҙәренең һәм уларҙың ғаиләләренең күбеһе Бүребай ауылында һәм яҡында урынлашҡан тораҡ пункттарҙа йәшәүен аңлайҙар. Шуға күрә предприятие хеҙмәткәрҙәренең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының һаулығы, шулай уҡ комбинат үҫешенә тос өлөш индергән пенсионерҙар хаҡында хәстәрлек күрә. Яңы УЗИ-аппарат амбулатория табиптарына ауыл халҡы өсөн медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртып, аныҡ һәм йылдамыраҡ диагностика үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Был төбәктә заманса медицина алыу мөмкинлеген арттырыуға һәм урындағы халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға мөһим аҙым булып тора. Тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре бындай башланғыстарҙың дауам ителәсәгенә ышаныс белдерҙе, сөнки кешеләр тураһында хәстәрлек - тау сеймалын табыу предприятиеһы социаль сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан