Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сания Фәйрушина кафе асҡан

Әлшәй районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Әлшәй районы бизнес–шәрифе Светлана Трунова белдереүенсә, Сания Фәйрушина кафе асырға хыялланған. Эшҡыуарлыҡты ойоштороу өсөн уға ҡорамалдар һатып алыуға ярҙам кәрәк булған. 2024 йылдың февралендә ул район хакимиәтенә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә ошондай бизнес-проект менән мөрәжәғәт итә. 2024 йылдың мартында эшҡыуар 350 мең һум күләмендә социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алған һәм үҙ эшен асҡан. Сания Фәйрушина шунда уҡ үҙенең проектын киңәйтә башлаған һәм балалар өсөн саралар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Киләсәктә кафеларҙың яңы нөктәләрен асыу күҙаллана. Район биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән кешеләрҙең барыһын да Әлшәй районы хакимиәтендә көтөп ҡалалар. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» кәңәшмәһенә Башҡортостандың Инвестиция порталында йәки 7 917 770-88-47 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән