Илеш районына командировка барышында Үрмәт мәктәбендә булырға тура килде. Мәктәп уҡыусылары беҙҙе арҙаҡлы яҡташтары, талантлы шағир Ринат Хәйриҙең шиғырҙары менән ҡаршы алды. Тиҙҙән, 2025 йылдың 19 ғинуарында, Ринат Хәйригә 75 йәш тулған булыр ине. Әлеге ваҡытта Үрмәт мәктәбе уҡыусылары ошо иҫтәлекле көнгә, уны лайыҡлы итеп үткәреүгә әҙерләнә икән. Әминә Әхмәҙиева, Физәлиә Ситдиҡова, Алина Ғилметдинова, Илдар Шәйҙуллин, Нурия Кәримова һәм Рәлиә Йәнгирова шағирҙың балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын матур итеп һөйләп ишеттерҙе. Улар был сығышты башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Фәнис ҡыҙы Ғимазова етәкселегендә әҙерләгән. Ә инде 6-сы класс уҡыусыһы Әдинә Иномова беҙгә башҡорт халыҡ йыры “Сыңрау торна”ны бүләк итте. Осрашыуҙа Илеш районының мәғариф идаралығы хеҙмәткәре Зинфира Минһажева менән ветеран уҡытыусы Ғәлимә Ғәлиева ла ҡатнашты. Уҡытыусылар һәм балалар менән аралашҡандан һуң мәктәп менән яҡындан таныштыҡ. 2009 йылда элекке колхоз идараһы бинаһына реконструкция яһалып, Ү