Иренең өйҙә онотолоп ҡалған телефонына смс-хәбәр килгәнен ишетеп, Рәйлә уны ала һәм "Килергә сыҡтыңмы, йәнем?" тигән һүҙҙәрҙе уҡып, шаҡ ҡата... Студент саҡта уҡ ғаилә ҡорған Дамир менән Рәйләнең барлыҡ проблемаларҙы бергә хәл итеп, ауырлыҡтарҙы бергә йырып йәшәүҙәренә ун йыл да булып килә. Ир бер ойошмала белгес, эшендә лә, ғаиләһендә лә абруйлы. Барыһы ла юлға һалынған, ҡатын менән ир үҙ-ара аңлашып, татыу йәшәйҙәр, үҫеп килгән балаларын да яҡшы өлгөлә тәрбиәләйҙәр. Әммә... Уларҙың көйлө генә барған тормошо бер көн селпәрәмә килеп юҡҡа сыға яҙҙы. Байтаҡ ваҡыт тыныс ғүмер кисергәндән һуң ошондай тайпылыш, үҙгәреш булыр тип башына ла инеп сыҡмай ине Рәйләнең. Дамир эштән һуң кистәрен эргәләге паркта йүгерергә ярата. Был ғәҙәтенә ике йыллап барҙыр. Элек Рәйлә, балалар менән бергә йәйәүләп саф һауа һулап йөрөрҙәр ине, тик ҡайһы мәлдәлер, ҡатыны теүәл генә әйтә алмаҫ, ир яңғыҙы ғына сығыр булып китә, ә ҡатын-ҡыҙҙың өй эшен, үҙегеҙ беләһегеҙ, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Ул көндә, Дамир