Быйыл Мәскәү дәүләт хореография академияһын тамамлаған башҡорт ҡыҙын Рәсәй дәүләт академия Ҙур театрына эшкә саҡырғандар. – Әле премьераға әҙерләнәм. Яңы миҙгел башында ҡуйыласаҡ "Йоҡоға талған һылыуҡай" спектаклендә яңғыҙ партияларҙы башҡарасаҡмын, – тине Камилә Солтангәрәева "Башҡортостан" гәзитенә. Талантлы балерина – абруйлы конкурстар еңеүсеһе. "Рус балеты" конкурсында – гран-при, Юрий Григорович исемендәге "Донъяның йәш балеты" конкурсында – I урынды, XIV Халыҡ-ара балет артистары конкурсында III урынды яулаған. Милли кейем көнөндә балерина башҡорт еләнендә һәм биҙәүестәрендә бейеп төшкән видеоһы менән бүлеште. – Милли кейем көнө – мөһим ваҡиға. Ул беҙгә туған мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә кәрәклеген иҫкәртә, Башҡортостан халыҡтарының бай рухи мираҫын сағылдыра,– тип яҙған ул социаль селтәрҙәге битләүендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Был юлы 13 сентябргә тура килә. Фото: Камилә Солтангәрәеваның шәхси архивынан.