Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара студенттар кампусында Йәш ғалимдар клубының тәүге көҙгө ултырышы үтте

Вуз-ара студенттар кампусында Йәш ғалимдар клубының тәүге көҙгө ултырышы үтте. Унда фәнни коммуникациялар өлкәһендә яңы флагман проектын булдырыу тикшерелде. Өйрәнелгән башҡа форматтарға алмашҡа “Фәнни открытка” проектын башлап ебәреү тәҡдим ителде. Яңы формат үҙебеҙҙә уңышлы эшләп китһә, уны республиканан ситтә лә йәйелдерергә уйлайҙар. Йәш ғалимдар клубы Евразия ғилми-белем биреү үҙәге нигеҙендә Башҡортостанда 2024 йылдың февралендә булдырылған. Ойошманың маҡсаты – Башҡортостандағы төрлө юғары уҡыу йорттарының һәм фәнни ойошмаларҙың йәш ғалимдарын һәм аспиранттарҙы берләштереү һәм уларҙың тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһен Рәсәй иҡтисадында ҡулланыу. Клуб составында 110 -дан ашыу кеше ине, беренсе ултырышта тағы 15 йәш ғалим өҫтәлде. Йәш ғалимдар клубы ағзаларының һанын 200-гә тиклем арттырыу планлаштырыла. Клубҡа юғары уҡыу йорттарының, ғилми ойошмаларҙың аспиранттарын һәм йәш ғалимдарын, шулай уҡ Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең индустриаль партнерҙарын ҡабул итәләр. Клубҡа инеү өсөн ғаризаны уларҙың сайтында бирергә мөмкин. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://pravitelstvorb.ru/news/24947/