Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әлеге курс дауам итәсәк

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инаугурация тантанаһында республиканың үҙенең фәнни-технологик үҫеш программаһын тормошҡа ашыра башлауы хаҡында һөйләне. Ул пилот төбәктәр араһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Атап әйткәндә, тулайым төбәк продуктында тикшереүҙәргә һәм эшкәртеүгә эске сығымдар өлөшөн әлеге 0,5 проценттан 2 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана. Республика үҙенең кәмендә биш юғары технологиялы тауарҙар һәм хеҙмәттәр әҙерләү линияһын сафҡа индерәсәк, өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса кәм тигәндә 300 яңы алдынғы етештереү технологияһын әҙерләп, производствоға тапшырасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр ШЕЛЬДЯЕВ быға ҡарата үҙенең фекерен белдерҙе. – Республика Башлығы сәнәғәткә ҙур иғтибар бүлә. Киләһе биш йылда ул тағы ла һөҙөмтәлерәк үҫешәсәк, тип ышанам. Әлеге курстың дауам ителеүен һәм республиканың Рәсәй Федерацияһының технологик лидерлығына өлгәшеүгә йүнәлтелгән яңы милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыуын күрәбеҙ, - тине ул. Фото: "Башинформ".