Быйылғы йәй спорт сараларына бик бай. Улар – БРИКС илдәре спорт уйындары, Европаның футбол буйынса чемпионаты, Париждағы Паралимпия уйындары һәм башҡалар. Һөнәри спорттан тыш, күптәр физкультура менән шөғөлләнә. Быға тиклем яҡшы спорт тренерҙары “йондоҙ”ҙарҙы, нигеҙҙә, спорт инфраструктураһы, буласаҡ чемпиондар күп булған ҡалаларҙа тәрбиәләнә ине. Әммә элек-электән спорт яратҡан, иҫ киткес һәләтле, көслө ихтыярлы, маҡсатлы ҡыҙҙар һәм егеттәр ауылдарҙа ла булған. Тик бассейн, тренажер залдары, шул иҫәптән яҡшы остаздар ҙа етмәгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла башлаған “Ауыл тренеры” программаһының төп пункттарының береһе 2020 йылдан алып эшләп килгән “Ауыл тренеры” программаһының төп пункты - Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан ауыл тораҡ пункттарында, ҡасабаларында, йәиһә 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларҙа спортсыларҙы әҙерләгән тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләүҙәре биреү. Хәҙер тү