Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һынауҙарҙы лайыҡлы үттек

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инаугурацияһынан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм МОРАТОВ сәнәғәт тармағына ҡуйылған бурыстарҙы баһаланы. – Башҡортостан халҡының республикаға идара итеүҙе йәнә Радий Хәбировҡа ышанып тапшырыуы уҙған биш йылда Башҡортостан Башлығының һәм уның командаһының төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү буйынса дөрөҫ һәм эҙмә-эҙлекле эш алып барыуы тураһында һөйләй. Беҙ бик күп һынауҙар аша үттек, әммә уларҙы лайыҡлы үттек һәм күп нәмәгә өлгәшә алдыҡ. Яңы һайланған республика етәксеһе инаугурация тантанаһында әйткән бурыстарҙы үтәү граждандарыбыҙҙың тормошон сифат яғынан яҡшырта алыр, тип ышанам. Республика Башлығы беҙҙең өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы билдәләне – 2030 йылға тулайым төбәк продуктын 4 триллион һумға тиклем һәм төп капиталға инвестицияларҙы 1,25 триллион һумға тиклем еткереү. Беҙ ҡуйылған бурыстарҙың юғары планкаларына ғына иҫәп тотабыҙ. Артабан да өҫтөнлөклө зоналарҙың һәм сәнәғәт парктарының потенциалын үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Бөгөн төбәктә биш йылдам үҫеш биләмәһе һәм илдә иң йылдам үҫешеүсе тип танылған “Алға” махсус иҡтисади зонаһы эшләй. 12 индустриаль һәм 19 технопарктан торған киң селтәр ғәмәлдә. 2030 йылға 30-ҙан ашыу яңы индустриаль парк, технопарк, кластерҙар булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, транспорт-логистика инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Дуҫ илдәрҙең биләмәһендә республика вәкиллектәре селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. Фото: "Республика Башкортостан".