Бөгөн республикабыҙҙа иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә! Тәрән тарихыбыҙҙағы ата-бабаларыбыҙҙың кейенеү мәҙәниәтенә тағы ла бер әйләнеп ҡайтып, беҙ бөгөн үҙебеҙ ҙә киләсәгебеҙгә ҡабатланмаҫ тарих яҙабыҙ. Ысынлап та, йөҙҙән ашыу милләт дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән республикабыҙҙа бөгөн бар халыҡтар ҙа үҙҙәренең милли кейемдәрен кейеп урамдарға байрамға ағыла. Әйткәндәй, рәсми рәүештә был байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр уҙғарыла. – Беҙҙең бурыс – милли мәҙәниәтте тормошобоҙҙоң мөһим, айырылғыһыҙ өлөшө итеү. Мәҫәлән, башҡорт кейеме. Ул беҙҙең эшлекле, көндәлек тормошобоҙға ҡабаттан ингәндән-инә. Сараларҙа милли кейемдәге кешеләрҙе күреп бик шатланам. Был халыҡ-ара байрам бер-беребеҙгә ҡарата дуҫлыҡ һәм ихтирам билдәһе. Һәм иң мөһиме, ул үткәндәребеҙ менән тоташтырып тора, сөнки үткәндәрҙән көс, ҡеүәт алабыҙ – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Бөгөнгө был тарихи байрамдан “Башҡортостан” гәзите лә ситтә ҡалманы. Ғәҙәттәгесә, гәзитебеҙҙең корреспонденттары Нурзиә Хәсәнова менән Таңсулпан Рәсүл өфөләр менән флешмоб үткәрҙе. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, бынан биш йыл элек төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрен мәктәптәге тарих дәреслегенән генә иҫләгән халыҡ, хәҙер инде был тәңгәлдә ярайһы уҡ белемле икәндәрен иҫбатланы. Сөнки йылына ике - апрель һәм сентябрь айҙарында уҙған Милли кейем көнө барыбыҙҙың да яратып көтөп алған байрамы. Ә флешмобтағы һорауҙарға һеҙ дөрөҫ яуап бирҙегеҙме? Фотолар: “Башинформ” агентлығынан.