“Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә халыҡ байрамы уҙа. Бында 20-нән ашыу милләттең мәҙәниәте менән танышырға, милли кейем һәм көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәһен ҡарарға, оҫталыҡ дәрестәрендә яңы һөнәргә өйрәнергә, милли кейемдә фотоға төшөргә мөмкин. Сәхнәлә төрлө телдә йырҙар яңғыраясаҡ. Сара киске сәғәт 6-ла башлана. Башҡортостан Милли музейы “Этно стилендәге көн”гә саҡыра. “Этнос миндә йәшәй” күргәҙмәһен асыу, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдә фотоға төшөү, ҡул эше оҫталары йәрминкәһе һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтөлә. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы үҙ филиалдары фондтарынан алынған әйберҙәрҙең күргәҙмәһен ойоштора. Экспозиция менән Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында танышырға мөмкин. Шунда уҡ төрлө милли кейемдәрҙе кейеп ҡарарға һәм фотоға төшөргә мөмкин. Сара көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем үтә. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана бай программа әҙерләгән. Бында “Милли кейемдең күп төрлөлөгө” китап күргәҙмәһе, “Милли кейем – рухи ҡиммәттәр һаҡсыһы” темаһына этнографтар ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәл һәм төрлө оҫталыҡ дәрестәре, милли кейемдәрҙә фотоға төшөү көтөлә. Саралар иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 3-кә тиклем уҙа. Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Виртуаль концерт залы “Ашҡаҙар” спектаклен ҡарарға саҡыра. Мөхәмәтша Буранғоловтың пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең режиссеры – Зиннур Сөләймәнов. Тамашасыны халыҡсан йыр-бейеүҙәр, һоҡланғыс милли кейемдәр һәм Илшат Йомағолош исемендәге Башҡорт драма театры артистарының сағыу образдары көтә. Трансляция киске 7-лә башлана, виртуаль залға һылтанма: https://sgtko.ru/virtualnyj-koncertnyj-zal/ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡорт милли кейемендә бушлай фотоссесия ойоштора. Профессиональ фотограф алдан әҙерләп ҡуйылған милли кейемдәрҙә (өлкәндәр өсөн) фотоға төшөрәсәк. Үҙеңдең кейемдәрҙә килеү ҙә хуплана. Урыны – Өфө ҡалаһының Арт-квадрат майҙаны. Ваҡыты: көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем. Республика халыҡ ижады үҙәге флешмобҡа ҡушылырға саҡыра. Бының өсөн милли кейемдә фотоға төшөп йәки йыр, бейеү башҡарып, яҙманы социаль селтәргә һалырға һәм махсус хештегтарҙы яҙырға кәрәк: #МКРБ #ЭтноСтильРЦНТ #деньнациональногокостюма. Флешмоб 15 сентябргә тиклем дауам итә. Өфөләге “Урал” этноүҙәгендә “Башҡорт милли кейемендә сағылған өс төрлө донъя” семинар-лекцияһы уҙа. Лекторы – философия фәндәре кандидаты Гүзәл Ҡазбулатова. Ғалимәнең сығышын этноцентрҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә тура эфирҙа ҡараға ла мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Адресы: Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инергә). Археология һәм этнография музейы Этнография байрамына саҡыра. Бында көн дауамында билдәле ғалимдар лекция-экскурсиялар уҙғара. Улар сәғәт 10-да, 12-лә, 2-лә һәм 4-тә башлана. Бынан тыш, иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем билдәле халыҡ оҫталары милли кейемдәрҙең айырым өлөштәрен яһау буйынса буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.