Сөнәғәтова Наилә Данис ҡыҙы Белорет ҡалаһының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында тәрбиәсе булып эшләй. 2011 йылдан алып ауыр тормош юлында ҡалған балаларға күңел йылыһын, әсәй һөйөүен бирә, уларға дөрөҫ юлдан барырға, яҡты уй-хыялдарын һүндермәҫкә тырыша. Һәр көн эшенә ашҡынып, балаларҙы һағынып килә. Һәр баланың бәхетле бала сағы һәм артабанғы яҙмышы уның ҡулында. Наилә Данис ҡыҙы бер урында тормай, замана менән бергә атлай. Төрлө семинар-курстарза, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, күп тапҡырҙар төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән хеҙмәте баһалана. Социаль приютта ысынлап та, үҙ эшен яратҡан, һәр баланы үҙ балаһылай яҡын күргәндәр генә эшләй алалыр.