“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Башҡортостандың Ишембай районы Үрге Этҡол ауылы китапханаһы 2021 йылда, Ишембай ҡалаһының Үҙәк район китапханаһы 2023 йылда яңыртылып, яңы быуын ауыл китапханаһы статусын алды. Китапхана уникаль дизайнлы, халыҡтың интеллектуаль һәм мәҙәни үҫешен тәьмин иткән заманса инновацион ҡорамалдар менән йыһазландырылған урын булып тора. Бөгөн беҙҙең китапханалар үҙ уҡыусыларына яңы мөмкинлектәр һәм төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итә. Тәү сиратта, был - яңыртылған китап фонды. Китапханалар фондынан таушалған һәм әхлаҡи яҡтан иҫкергән күп әҙәбиәт иҫәптән сығарыла. Шуның менән бергә фонд яңыртыла һәм киңәйтелә, яңы форматтағы китаптар менән тулылана: фотикуляр, еҫле китаптар, 3D һәм 4D ысынбарлыҡтағы фәнни-популяр энциклопедиялар, Брайль шрифты менән документтар. Комплектациялағанда хәҙерге заман ватан һәм сит ил нәфис әҙәбиәтенең иң яҡшы өлгөләренә, психология, педагогика, тарих буйынса мотивацион китаптарға өҫтөнлөк бирелә. Модернизациялау менән бәйле Үҙәк ауыл-ара Этн