– Мәғариф өлкәһендә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу өлкәһе ныҡ алға китте. Биш йыл эсендә 22 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 44 мәктәп сафҡа индерелде. Берләштерелгән объекттарҙы иҫәпкә алғанда, 9173 урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы эшләй башланы. Мәктәп биналарын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға ярашлы ике йыл эсендә 53 мең бала өсөн 140 мәктәп бинаһы ремонтланды. Ошо маҡсаттарға 7,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Быйыл 31 мәктәпте ремонтлай башланыҡ, уларҙың алтыһы быйылғы уҡыу йылында уҡыусыларҙы ҡабул итте, 25-е киләһе йылда үҙ ишектәрен асасаҡ. Республика етәкселеге тарафынан мәғариф системаһына ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостандың “Мәғариф” милли проектында ҡатнашыуы быны раҫлай. Быйыл республика уҡыусылар араһында үткән Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиадаһы йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә инде. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны буйынса алтынсы урынды биләне. Быйыл беҙҙә 100