Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың вазифаһын үтәй башлауға арналған тантананан һуң билдәле эшмәкәрҙәр был турала фекерҙәрен уртаҡлашты. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов әйтеүенсә, Радий Фәрит улы үҙе һәм командаһы алдына бик ҙур бурыстар ҡуйҙы. – Беренсенән, республика халҡының Радий Хәбировҡа күрһәтелгән ышаныс кимәленең юғары булыуын билдәләгем килә. Ул 80 проценттан ашты, был - бик юғары һан. Бөгөн инаугурация ваҡытында мөрәжәғәт иткән саҡта ул үҙенең Хөкүмәтенә, беҙгә, депутаттарға, ғына түгел, ә ошо ышанысты белдергән халыҡҡа ла мөрәжәғәт итте. Ул ҡуйған бурыстар иҫ киткес амбициялы. Инвестициялар кимәлен ике тапҡыр тиерлек арттырыу бурысы ҡуйылды. Сәнәғәт етештереүе үҫешен тағы биш процетҡа, тулайым продукт үҫешен арттырырға кәрәк. Ә бит Башҡортостан былай ҙа был күрһәткестәр үҫеше буйынса илдә тәүге өс төбәк иҫәбендә. Халыҡ күрһәткән ҙур ышанысты ошондай маҡсаттар менән аҡларға кәрәк. Беҙ, депутаттар, Хөкүмәт бергә эшләйәсәкбеҙ. Пландар халыҡ ышанысына ярашлы булырға тейеш. Быға тиклем команда барыһын да эшләп килде, быларына ла өлгәшә алырҙар тип уйлайым. Команда башлыса һаҡланыр тип уйлайым. Биш йылда ул нығынды, формалашты, маҡсаттарҙы үтәне. Был юлы ла үтәй алырға тейеш, - тине ул. Фото: "Бәйләнештә".