Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республика киләсәге – беҙҙең ҡулда!

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана үтте. Радий Фәрит улы алдағы биш йылға пландар тураһында һөйләне һәм Хөкүмәт алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. – Төп бурысыбыҙ – ил Президенты Владимир Путин ҡуйған милли маҡсаттарға өлгәшеү. Иң мөһиме – ул кешеләр. Республикала йәшәгән дүрт миллиондан ашыу кешенең һәр береһенең ғүмере, һаулығы һәм именлеге өсөн яуаплыбыҙ, – тине ул. Билдәле булыуынса, биш йыл эсендә республикала көтөлгән ғүмер оҙайлығы 73,2 йәшкә етте. Ләкин Радий Хәбиров әйтеүенсә, 78 йәшкә тиклем йәшәргә тейешбеҙ. – Был - беҙҙең өсөн төп күрһәткес. Кешеләр ошондай йәшкә тиклем генә йәшәргә түгел, ә әүҙем тормош менән ҡәнәғәтләнеп йәшәргә тейеш. Әйтеүебеҙсә, – Оҙаҡ, Лайыҡлы һәм Өйҙә. Беҙҙең “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы йөҙәр мең оло кешене үҙ эсенә ала. Был мөһим, әммә иң мөһиме – иҡтисад кешеләрҙең көнкүреше һәм йәшәү сифаты үҫешенең нигеҙе булараҡ нығынырға тейеш. Шуға күрә республика Хөкүмәтенә түбәндәге бурыстарҙы йөкмәтәм, – тине ул һәм уларҙы һанап сыҡты. Беренсеһе – 2030 йылға тулайым төбәк продукты күләмен 3,5 триллион һумға тиклем, иҡтисадтың юғары ҡеүәтен иҫәпкә алып ысынында дүрт триллион һумға тиклем еткереү. Икенсеһе – һуңғы биш йылда сәнәғәт етештереүе индексы 21 процентҡа артҡан. Темптарҙы кәметмәйенсә һәм йыл һайын сәнәғәт үҫешен кәмендә биш процентҡа тәьмин итергә. Өсөнсөнән, инвестициялар күләмен 1,25 триллион һумға тиклем еткереү. Әле был күрһәткес беҙҙә 620 миллиард һум тәшкил итә. Бының өсөн беҙҙә мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырылған. Дүртенсенән, йыл һайын торлаҡты сафҡа индереү күләмен дүрт миллион квадрат метрға тиклем арттырырға кәрәк. Федераль үҙәк ярҙамы менән Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрен төҙөү өсөн инженер һәм транспорт инфраструктураһын төҙөүҙе тәьмин итергә. Бишенсеһе – биш йыл эсендә һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тамамларға. Бөтә поликлиникаларҙа тәртип урынлаштырыу. 2030 йылға бер иҫке һәм авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ҡалмаҫҡа тейеш. Артабан Радий Хәбиров юл төҙөлөшө өлкәһендә түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙы: - федераль әһәмиәттәге, ҙур агломерациялар һәм терәк селтәрҙәр юлдарын тейешле нормативтарға тура килеү кимәлен 85 процентҡа, ә төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар өлөшөн 60 процентҡа тиклем арттырырға; - Сибай-Подольск-Новорудная тимер юл тармағын проектлауға тотонорға һәм төҙөй башларға; - Стәрлетамаҡ ҡалаһы ситенән үткән Р-240 трассаһын төҙөкләндереүҙе тамамларға, дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтергә; - “Көньяҡ ҡапҡа” проектын тамамларға һәм “Кузнецов Затоны” биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһы аша күпер менән Көньяҡ урау юлын төҙөй башларға; - -Дим-Иглин участкаһында икенсе юлдар төҙөү менән Өфө тимер юл үҙәген үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашыра башларға; - “Көнсығыш сығыу юлы” проектын дауам итеп, тоннелде Галле урамы аша М-7 трассаһы менән тоташтырыу ҡаралған. Шуныһы мөһим – халыҡты стратегик һәм ҙур трассаларҙың торошо ғына түгел, тәү сиратта, уларға яҡын урынлашҡан муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙың уларҙың ауылына, йорттарына тиклем торошо борсой. Уларҙың бөтәһе лә ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел, был кешеләрҙә насар фекер тыуҙыра. – Ошо мөһим мәсьәләне хәл итеү өсөн "яңғырауыҡлы" юлдар фондын булдырҙыҡ. Әле унда 4,5 миллиард һум бар. 2030 йылда фондта 9,5 миллиард һум булһын өсөн уны йыл һайын бер миллиард һумға арттырыуҙы тәьмин итергә ҡушам. Мәҙәниәт тармағына туҡталып, Радий Фәрит улы ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлау һәм яңыларын һалыу мөһим тине. Биш йыл эсендә Дәүләт циркы төҙөкләндерелеп бөтөргә тейеш. Фән һәм мәҙәниәт йортон төҙөй башлау – алдағы йыл планында. Спорт йүнәлешендә эштәр дауам итә. Артабан да матди-техник база яңыртыласаҡ, яңы ҙур объекттар төҙөләсәк. Бассейны һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы булмаған райондарҙа улар төҙөләсәк. Мәғариф тармағында алдағы йылдарҙың эше дауам итә – мәктәптәр яңыртыласаҡ, балалар баҡсаларында капиталь ремонт башланасаҡ, колледждар йыһазландырыласаҡ. Юғары уҡыу йорттары үҫешен дауам итә, алдағы өс йылда вуз-ара студенттар кампусы тәүге студенттарҙы ҡабул итергә әҙер булыр тип көтөлә. Технологик лидерлыҡ йүнәлеше буйынса ла ҙур һәм ышаныслы аҙымдар яһаласаҡ. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – республиканың мөһим бурысы. Иң баштан был эш әүҙем алып барылды, һәм ул туҡтамаясаҡ. – Башҡортостан мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лайыҡлы өлөш индерә. Исемле подразделениеларҙың яугирҙәре һуғыштарҙа сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Контракт буйынса барырға теләгәндәр ағымы арта. Беҙ МХО зонаһына 130-ҙан ашыу гуманитар ылау ебәрҙек. Беҙҙең медиктар бөгөн яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтә. Башҡортостандан төҙөүселәр, юлсылар, коммуналь хеҙмәткәрҙәр унда тыныс тормошто яйға һалыу өсөн барыһын да эшләй. Махсус хәрби операция ветерандары менән беҙҙең фондтар эшләй. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40 төбәк ярҙамы сараһын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Махсус хәрби операция ветерандарын медицина реабилитациялауҙы, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу буйынса эште камиллаштырыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса программа ҡабул итәсәкбеҙ, – тине ул. – Беҙ һәр ваҡыт ҡорал тотоп Ватанды һаҡлаған яугирҙәрҙе хөрмәтләйәсәкбеҙ. Яу яланында башын һалған яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ. Улар хаҡында иҫтәлек киләсәк быуындарҙың рәхмәтле хәтерендә мәңге һаҡланһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Радий Фәрит улы республика киләсәге өсөн эшләгән һәр кемгә рәхмәт әйтте. Улар - Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, хакимиәт башлыҡтары һәм урындағы советтар депутаттары. – Алда биш йыл көсөргәнешле эш көтә. Улар ҙа еңелдән булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта беҙ һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтарға һылтанмаясаҡбыҙ. Был беҙгә алға барырға ҡамасаулаясаҡ ҡына. Ә был һынылыш осоро беҙҙе көслөрәк һәм берҙәмерәк итәсәк. Башҡортостандың илебеҙҙең алдынғы сәнәғәт, фән, мәғариф, мәҙәни һәм спорт үҙәктәренең береһе булараҡ позицияһын артабан да нығытасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Бының өсөн беҙҙә тәбиғи ресурстар, күп тармаҡлы иҡтисад, заманса инфраструктура, юғары технологиялар һәм компетенциялар бар. Иң мөһиме – яҙмышын Башҡортостандың киләсәге менән бәйләгән кешеләр. Балалары һәм ейәндәре өсөн бында, тыуған ерендә, күҙгә күренеп торған тормош перспективалары. Тыуған яҡтың сәскә атыуына хеҙмәт, белем, компетенциялар һалырға ынтылыусылар. Беҙ алға ышаныслы ҡарайбыҙ һәм ҙур пландар төҙөйбөҙ. Барыһын да тормошҡа ашыра алырбыҙ тип ышанам. Республика киләсәге – беҙҙең ҡулда! Беҙ бергә! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.