Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың вазифаһын үтәй башлауға арналған тантанала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашты. Ул тантанала сығыш яһаны, аҙаҡ был ваҡиға буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Һайлауҙар ваҡытында, законлы, асыҡ үтте, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын тәьмин итте, шуға күрә, мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ ҡатнашыусыларға: һайлау комиссияларына, власть органдарына, хоҡуҡ һаҡлау структураларына, уларҙы үткәреү өсөн яуап биргән һәм уңайлы шарттар тыуҙырған кешеләргә рәхмәт белдерәм. Халыҡ үҙ фекерен белдерҙе, тауыш бирҙе, беҙ Радий Фәрит улына ышаныстың юғары кимәлен күрҙек. Был – республика Башлығының һәм уның командаһының эшен баһалау. Илдә үтә мөһим урын биләгән төбәктең етәксеһенең икенсе срокка һайланыуы бик яҡшы тип уйлайым. Ысынлап та, беҙ иҡтисадта һәм социаль өлкәлә, мәҙәниәттә, сәнәғәттә бик ҙур уңыштар күрәбеҙ. Беренсе биш йыллыҡта башланған проекттарҙың тиҙләтелеүе, уларҙы тормошҡа ашырыуҙың а
Игорь Комаров: "Ентекле үҫеш программаһы тәҡдим ителде"
12 сентября 202412 сен 2024
1 мин