Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡайһы ғаилә иң етеҙе, иң йүгереге?

Салауат ҡалаһының Спорт һарайына “Газпром нефтехим Салават” компанияһының ғаилә командалары йыйылды. Ата-әсәләр балалары менән бергә күнекмәләр яһаны, йүгерҙе, ярышты. Кем иң етеҙе, иң йүгереге - улар шуны асыҡлар өсөн көс һынашты. “Әсәй, атай һәм мин – спорт ғаиләһе!” байрамын компания ярҙамында “Салаватинвест” йәмғиәте ойошторҙо. Быйыл утыҙҙан ашыу ғаилә күңелле старттарҙа ҡатнашты. Иң кескәй спортсылар - өс йәшлек Йәмил Хужин һәм ике йәшлек Валерия Харламова ла ярышта ҡатнашты. – Беҙ беренсе тапҡыр ғаиләбеҙ менән спорт байрамында ҡатнашабыҙ. Ҡыҙыбыҙ маладис, эстафетаны уңышлы үтте. Ойоштороусыларға рәхмәт!– ти ҡыҙҙың ата-әсәһе Лилия һәм Андрей Харламовтар. Иң әүҙем атай Руслан Хәбибуллин булып сыҡты. Үҙе күнегеүҙәрҙе яҡшы үтәгәндән һуң ҡыҙҙарын дәртләндереп, уларға ла ярҙам итте. –Мин мәктәптә лә, техникумда ла, институтта ла, эштә лә спорт менән шөғөлләнәм. Ҡатыным бейеү, өлкән ҡыҙым Арианна йөҙөү менән шөғөлләнә, ә иң кесеһе Амелия бейеү түңәрәгенә йөрөргә әҙерләнә. Спорт беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, – тип фекере менән уртаҡлашты Руслан Хәбибуллин. Мәүлетовтар ғаиләһе спорт менән күптән дуҫ. Ата-әсә улы һәм ҡыҙында бәләкәйҙән спортҡа һөйөү уятҡан. – Мәктәптә физкультура дәрестәрен бер тапҡыр ҙа ҡалдырғаным булманы. Атай булғас, был йәһәттән балаларыма өлгө булырға тырышам. Әмир улым “Зенит” командаһы составында футбол менән шөғөлләнә, ҡыҙым Карина төрлө спорт түңәрәктәренә йөрөй, – ти Артур Мәүлетов. Старттарға йомғаҡ яһалды. “Атай–әсәй–бала” ярыштарында беренсе урынды Гөлнара һәм Азат Баймырҙиндар ҡыҙҙары Самира менән яуланы. “Атай – бала” номинацияһында – Винер һәм Вадим Шәйеховтар, “Әсәй – бала” категорияһында Альбина һәм Виктория Коковихиналар алдынғы булды. Фото: https://gazetavibor.ru/news/novosti/2024-09-10/v-sala..