Найти тему
Башҡортостан гәзите

Игенселәр көтөп алды

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу барышында Саҡмағош районы мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” агиткульбригадаһы “Үҙәк” МТС-ы филиалының Хужин исемендәге бүлексәһе яланына концерт менән юлланды. Ураҡтың эҫе мәлендә һәр кем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Баҫыу эшсәндәре генә түгел, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә был эштең мөһимлеген аңлай. Үҙ өлөшөн индерергә теләп, Район мәҙәниәт йортоноң “Сатҡылар” агиткульбригадаһы ураҡ кампанияһы осоронда баҫыуҙарҙа күсмә концерттар ойоштора. Ижади коллектив ҡыҫҡа төшкө тәнәфестә ялан станында концерт программаһы менән сығыш яһаны. Агиткульбригадала ҡатнашыусылар игенселәргә дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр бүләк итте. “Игенселәргә ураҡ ваҡытында ошондай музыкаль минуттар кәрәк, сөнки улар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла ауыр физик хеҙмәттән ситләшә, ыңғай энергия менән дәртләнә. Баҫыуға килгән артистарҙың уларҙың яратҡан йырҙарын башҡарыуы, күптән онотолған көйҙәре яңғырауы ҡыуаныслы. Игенселәрҙең күңеленә йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә хуш килде”, - тине “Үҙәк” МТС филиалы агрономы Айрат Вәлиев. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Саҡмағош районы хакимиәте.