Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығынының тантаналы рәүештә вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана дауам итә. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һайлау һөҙөмтәләрен иғлан иткәндән һуң, республиканың һайланған етәксеһе Радий Хәбировҡа Башҡортостан Башлығы танытмаһын тапшырҙы. Бынан һуң Радий Фәрит улы республиканың ике дәүләт телендә – башҡортса һәм русса ант итте. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлығын гарантияларға ант итәм, – тине Радий Хәбиров. Радий Хәбировты вазифаһын үтәй башлауы менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотланы. Ул республика власы органдары бөтә ҡуйылған маҡсатта