Бындай исем осраҡлы ғына һайланмаған. Фестиваль барышында тәүге тапҡыр республиканың бал һәм бал продукцияһын етештереүселәре йыйыла. Сара барышында ҡунаҡтар өсөн төрлө әүҙемлек майҙандары һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. «Һөт иле» ҡунаҡтарын, алдағы йылдарҙағы кеүек үк, бер стакан һөт көтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр фестивалгә 62 мең самаһы кеше килгән, 12 тоннанан ашыу һөт эселгән. – Башҡортостан – һөт республикаһы, тағы ла беҙҙең төбәк бал менән дан тота, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – 2023 йылда ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары 784 мең тонна юғары сифатлы продукт алған. Шулай уҡ республика бал етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй, уны йыл һайын 6 мең тоннанан етештерә, был күрһәткес – дөйөм Рәсәй күләменең 9 проценты. Иҫәп буйынса 12-се һөт фестиваленә килеүселәр башҡорт һөтөнөң һәм балының үҙенсәлекле булыуына шәхсән инана аласаҡ. Быйыл фестивалдә республиканың 40-ҡа яҡын һөт һәм һөт аҙы